«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Алоэ - бик күп ауырыуҙарға дауа



21.01.2019 Алоэ - бик күп ауырыуҙарға дауа

Ул ялҡынһыныуға һәм бактерияларға ҡаршы тороу, туҡымаларҙы яңыртыу үҙенсәлегенә эйә, организмдың һаҡлау көсөн арттыра.

- Гастрит, ашҡаҙан сей яраһынан. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1 – 2 ҡалаҡ яңы һығылған һутын эсергә.
- Эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолғанда, метеоризмдан. 100 мл алоэ һутына 100 г бал ҡушып бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә.
- Тымауҙан. 2 – 3 көн буйы һәр 2 – 3 сәғәт һайын танауға бишәр тамсы алоэ һуты тамыҙырға.
- Стоматиттан, пародонтоздан. Ауыҙҙы алоэ һуты менән сайҡатырға.
- Ныҡ арыуҙан, көйһөҙлөктән. Алоэ һутына лимон һуты, бал, аҡ май һәм әстерхан сәтләүеге ҡушып бутарға һәм көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашарға.
- Эсте йомшартыу өсөн. 150 г кипкән алоэ япрағын ваҡлап, 300 г йылытылған балға ҡушып бутарға. Йылы туҡымаға урап, бер тәүлек тоторға һәм йәнә 70 градусҡа тиклем йылытырға. Һөҙөп алып, иртәнсәк ашарҙан бер сәғәт алда ас ҡарынға 1 – 2 балғалаҡ ҡабырға.
- Иммунитетты нығытыу өсөн. Яңы өҙөлгән япраҡтарын ит үткәргес аша үткәрергә һәм шул уҡ күләмдә бал ҡушып бутар­ға. Әҙер ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ ҡабырға һәм артынан йылы һыу эсеп ҡуйыр­ға. Дауаланыу курсы – өс аҙна. 10 көн ял иткәндән һуң дауаланыу курсын тағы ҡабатларға.
- Янған урынға, дерматиттан, йәрәхәттәрҙән. Алоэ япрағын зыян күргән урынға ябырға һәм бинт менән нығытып ҡуйырға.
- Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн. Иртәнсәк бер ҡалаҡ алоэ һутын емеш һутына ҡушып эскәндә аш эшкәртеү процесының яҡшырыуын, эшкә һәләтлелегегеҙ артыуын, көс килеүен тойор­һоғоҙ.

Әйткәндәй, алоэ япрағын өҙөр­ҙән 2 – 3 аҙна алда гөлгә һыу ҡойорға ярамай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға