18.01.2019 Геморройҙы дауалап бөтөрөп буламы?
Күп йылдар геморройҙан интегәм. Әҙ генә оҙағыраҡ ултырһаң, төнө буйы һыҙлап, ауыртып сыға. Нисек дауаларға ла белмәйем. Ниндәйҙер гәзиттә, геморройҙы картуфтан эшләнгән шарҙар менән дауалайҙар, тип уҡығайным. Уларға шпинат, ҡурай еләге һуты һеңдерелгән, тип тә өҫтәлгәйне. Ысынлап та, халыҡ медицинаһының файҙаһы бармы? Әллә операция яһатырға кәрәкме икән?
Ф. ҒАЯНОВ.
Борай районы.
Һүҙ һәр айырым үҫемлектең дауалау үҙенсәлеге хаҡында барғандыр. Мәҫәлән, шпинаттың яңы ғына һығылған һутын бер аҙна буйы көнөнә өс тапҡыр 100-әр грамм эскәндә, йыуан эсәкте бик яҡшы таҙарта. Шулай уҡ ул ҡанды туҡтатыу һәләтенә эйә, абцестарҙы иҫкәртә, шешенеүҙән һаҡлай. Тимәк, уның геморройҙы дауалағанда ла файҙаһы бар. Һалҡын тейеүгә, микробтарға ҡаршы көрәшеү, йәрәхәттәрҙе бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә булған ҡурай еләге лә геморройҙан ярҙам итә. Халыҡ медицинаһында был йәһәттән ҡурай еләге тамырының һәм ботаҡтарының төнәтмәһен ҡулланалар. Бының өсөн бер ҡалаҡ ҡурай еләге тамыры онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ун минут ҡайнатырға һәм бер сәғәт төнәтергә кәрәк. Әҙер төнәтмәне ашарҙан алда көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Геморрой янбаш һөйәге тирәһендәге ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан уны дауалау өсөн аяҡтағы ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен дауалау сараларын да күреү мөһим.
Геморройҙы дауалау буйынса халыҡ медицинаһы тағы бер рецепт тәҡдим итә. ваҡ тишекле ҡырғыстан үткәрелгән бер ҡалаҡ алмаға ярты ҡалаҡ аҡ май ҡушып, бутарға һәм шуның менән тампон эшләп ҡуйырға.
Был дауалау ысулдарының, әлбиттә, күпмелер кимәлдә файҙаһы тейеүе бар. Барыһы ла ауырыуҙың ҡасан башланып, ниндәй кимәлдә булыуынан тора. Ә операцияға килгәндә, уны яһау-яһамау мәсьәләһен тик табип ҡына хәл итә ала.