«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Холестеринды нормала тотоу – һаулыҡты һаҡлауға тиң



14.01.2019 Холестеринды нормала тотоу – һаулыҡты һаҡлауға тиң

Холестериндың өстән ике өлөшөн бауыр етештерһә, ҡалғанын аҙыҡ-түлек менән алабыҙ. Уның файҙалыһы һәм зыянлыһы була. Файҙалыһы яңы күҙәнәктәр төҙөргә, ҡайһы бер гормондарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итһә, зарарлыһы тамырҙар көбөндә ҡатлам булып ултырып, ҡан әйләнешен боҙа, атеросклерозға килтерә, инфаркт һәм инсультҡа сәбәпсе була. Бик күптәрҙең юғары холестериндан яфаланыуын белеп, бер нисә ябай ғына рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.


Төнәтмәләрҙе нисек әҙерләргә?
* Эмаль һауытта талғын утта 10 – 15 минут ҡайнатырға ла, һуңынан, 40 – 45 минуттан, һөҙөргә.

Энәлек
1,5 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы киптерелгән сәскәләрен йәки 2 аш ҡалағы ваҡланған емештәрен һалып әҙерләргә лә, шуны өскә бүлеп, бер тәүлек эсендә 8 сәғәт һайын ашар алдынан 30 минут алдан эсергә.

Ҡара ҡарағат
1 стакан ҡайнар һыуға 2 аш ҡалағы емештәрен һалып әҙерләгәс, көнөнә 2–3 тапҡыр 0,5–1 стакан эсергә.
Төнәтмәне япраҡтарҙан әҙерләгәндә иһә, 2 стакан һыуға 2–3 аш ҡалағы һалырға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Миләш (мышар)

1,5 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы киптерелгән емештәр етә.
Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Укроп
1,5 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы киптерелгән укроп һабаҡтарын йәки орлоҡтарын һалып әҙерләргә. Укроп төнәтмәһен дә яртышар стаканлап эсергә кәңәш ителә.

Ҡан тамырҙары сәләмәт булһын өсөн:

Ябығырға кәрәк. Ауырлыҡ артҡан һайын, бауыр ҙа холестеринды күберәк етештерә башлай. Әммә асығырға ярамай. Аҙыҡ-түлек аша ингән майға ҡытлыҡ кисергән организм икеләтә көс менән холестерин синтезын арттырырға тотона!
Тәмәкенән баш тартығыҙ. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, аҙнаһына 20 сигарет тартыу ҙа, ҡанда холестериндың артыуына килтерә.
Хәрәкәттә – бәрәкәт. Аҙ хәрәкәт итеү ҙә сәләмәтлекте нығытмай. Физик күнекмәләр холестеринды нормаға килтерергә ярҙам итә.
Диета ҡамасауламаҫ. Үтә майлы, ҡыҙҙырылған аҙыҡ-түлектән баш тартып, һимеҙ итте балыҡ, ҡош итенә алыштырығыҙ. Көн дә емеш-еләк, йәшелсә ашарға тырышығыҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға