«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Медсоветҡа әҙерлек тикшерелде



31.08.2010 Медсоветҡа әҙерлек тикшерелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә вице-премьер Фидус Ямалетдинов рәйеслегендә һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советының 2010 йылдағы күсмә ултырышы капиталь төҙөлөш объекттарының әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелде.
Тәүге тапҡыр быйыл ул республиканың баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк. Раҫланған планға ярашлы, сираттағы медицина форумына әҙерлек барышында Өфөлә ҡайһы бер һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү, капиталь ремонтлау, уларҙы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, шулай уҡ юлдарҙы рәтләү һәм территорияларын төҙөкләндереү ҡаралған. Атап әйткәндә, әлеге ваҡытта дүрт объект – ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусы, Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы, Республика туберку­лезға ҡаршы диспансерының хирургия корпусы һәм Республика психиатрия дауаханаһы комплексы төҙөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға