«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Аҡыллыға ишара



13.01.2019 Аҡыллыға ишара

- Кешенең ғүмер оҙонлоғо һәм һаулығы 50 процентҡа йәшәү рәүешенә, 20 процентҡа — генетикаға, 20 процентҡа — тирә-яҡ мөхиттең торошона һәм 10 процентҡа һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенә бәйле.
- Аҙ хәрәкәт иткән кешеләр, әүҙем тормош алып барғандарға ҡарағанда, яҡынса 6 йылға аҙыраҡ йәшәй.
- Һаулыҡты һаҡлау өсөн көн дә 5 порция йәшелсә һәм емеш-еләк ашарға кәрәк (бер порция — бер алма йәки кишер, банан һ.б.).
- Тәмәке тартыуҙан баш тартҡан хәлдә, организм бик оҙаҡ ипкә килә. Шулай ҙа ун йылдан һуң инфаркт һәм инсульт хәүефе тәмәке тартмаған кешенеке менән тигеҙләшә.
- Артыҡ ауырлығы булған кешеләрҙең ғүмере һомғолдарҙыҡына ҡарағанда уртаса 8 йылға кәмерәк.
- Юғары ҡан баҫымы ун йыл ғүмерҙе урлай.
- Шулай уҡ көнөнә 20 һәм күберәк тәмәке тартыу ҙа ун йылға ғүмерҙе ҡыҫҡарта, ә даими рәүештә алкоголле эсемлектәрҙе эсеү – 23 йылға, йоҡо туймау – уртаса 5 йылға.
- Көн дә 30 минут саф һауала йөрөгәндәр, өйҙән һирәк сыҡҡан кешеләргә ҡарағанда, һыуыҡ тейгәндән һуң күпкә тиҙерәк һауыға.
- Саф һауала бер сәғәт йөрөү интеллектҡа һыналмыштарҙа хаталарҙы 20 процентҡа кәметә. Шулай уҡ саф һауала йыш йөрөгәндә хәтер ҙә яҡшыра.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға