«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Оло һынауға дусар Гөлназ



20.03.2019 Оло һынауға дусар Гөлназ

Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, үҙ һыҙланыуы, үҙ бәләһе. Күптәребеҙ кредит, ипотека ҡоллоғона эләгеп, балалар уҡытып, осто-осҡа саҡ ялғап йәшәйбеҙ. Шуға ла, кеше ҡайғыһы төштән һуң әле, тиһәгеҙ ҙә, үпкәләштән түгел. Ә шулай ҙа...

Мәрхәмәтлелек һәм ярҙамсыллыҡ ҡаныбыҙҙа бар бит ул. Бөгөн дә изге йөрәкле кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Үҙебеҙ өсөн түгел, ә “лимфедема” (лимфостаз) сиренә дусар булған Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылы ҡыҙы Гөлназ Зәйнуллина өсөн – 29 йәшлек һөйкөмлө ҡыҙ һуңғы 13 йыл ошо аяуһыҙ ауырыу менән йәшәргә, уға ҡаршы көрәшергә мәжбүр.


“Лимфедема” (лимфос­таз) – лимфаның тамыр­ҙар буйлап йөрөшө боҙолоу арҡаһында за­рарланған органдың ныҡ шешенеүе. Күбеһенсә аяҡтарҙың ныҡ йыуанайыуынан ғибәрәт булған ауырыу.


– Тәүге тапҡыр “лимфостаз” диагнозын 2005 йылда ҡуйҙылар, – тип һөйләй Гөлназ. – Көт­мәгәндә һул аяғым кинәт ныҡ итеп шешенеп, фил аяғына оҡшап китте. Яҡын-тирәләге дауахана табиптары был сир тураһында тәүгә ишетеп, нисек лимфостазды дауаларға ла белмәне. Мине бер дауахананан икенсеһенә ебәр­һәләр ҙә, ярҙам итә алманылар. Дөйөм наркоз аҫтында өс операция яһанылар (береһе Мәскәүҙә, икеһе Өфөлә). Үкенескә, файҙаһы булманы. Көндән-көн шеш артты ла артты. Бер туҡтауһыҙ аяҡтар һыҙлап үҙәккә үтте. Етмәһә, аяҡ үтә йыуанайғас, нимә кейергә лә белмәй ҡаңғырҙым. 2014 йылда “Изгелек” һәм “Урал” фондтарының ярҙамы менән, ниһайәт, Германиялағы Охтруп Пия ҡа­лаһына барып, “Лимфология үҙә­ге” госпиталендә доктор Герд Люлай етәкселеге аҫтында дауалауҙың 1 курсын алдым. Дауаның файҙаһын өсөнсө көндө үк тойҙом – тубыҡҡа тиклем аяғым 26 килограмға кәмене, һәм көндән-көн шеше ҡайта барҙы. Әммә ботом дауаға бирелмәне, һаманғаса шешеүен дауам итә. Германияла белгестәр, был сир тулыһынса дауаланмай, яҙмышҡа күнеп, ошо диагноз менән йәшәргә тура киләсәк, тинеләр. Аяҡ артабан да йыуанаймаһын өсөн иң кәмендә 4 курс дауа талап ителә.

2016 йылда Ҡазанда “Терра Вита” лимфедема клиникаһында дауаландым. Хәҙер миңә өсөнсө курсты үтергә кәрәк. Германияға барыу тураһында хыялланмайым да, сөнки хаҡтар, валютаның артыуы сәбәпле, күтәргеһеҙ. Исмаһам, Ҡазанға барып дауаланырға ине. Дауа курсы хаҡы унда 209 000 һум, бик кәрәкле медицина трикотажы ла арзан түгел – 58 000 һум. Бәлки, кемдер өсөн был сумма ҙур ҙа түгелдер, әммә беҙҙең ғаиләлә ундай аҡса юҡ. Төрлө фондтарға, ойошмаларға, кешеләргә мөрәжәғәт итеп, аҡса йыйыр­ға мәжбүрбеҙ.

Ошоғаса Германияға ба­рыр өсөн алған кредитты түләйбеҙ: үрҙә телгә алын­ған фондтар дауалау курсы өсөн аҡса түләне, ә барыу, ҡайтыу, компрессион трикотаж һатып алыу (4 пары 688 мең һум тора), башҡа кәрәк-яраҡҡа киткән сығымдар үҙебеҙҙең кеҫәнән сыҡты. Трикотаж шешкә ҡаршы комплекслы физиотерапиянан һуң мотлаҡ кәрәк, унһыҙ бөтә дауаның ыңғай һөҙөмтәһе юҡҡа сыға.

Былай ҙа ауырыу менән ыҙалап, аҡса туплап ҡаңғырғанда, тағы һынауға дусар булдым – 2015 йылдың сентябрендә эшемдә ҡыҫҡартылыуға эләктем. Әле инвалидлыҡ юллайым...

Ауырыу үҙенән-үҙе бөтмәй, аҙа ғына бара. Лимфостазды үҙ яйына ҡуйһаң, уға етди сирҙәр ҡушылып, артабан йәшәүҙе ағыулаясаҡ ҡына. Гөлназдың бар өмөтө – кешеләрҙең изгелегендә. Ҡазанға клиникаға барып дауаланыр өсөн 267 000 һум аҡса йыйырға кәрәк. Әгәр ярҙам итә алаһығыҙ икән, зинһар, Гөлназға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, дуҫтар. Аҡсаны 2019 йылдың 10 ғинуарына тиклем йыйырға ине.

ЯРҘАМ ИТЕР ӨСӨН РЕКВИЗИТТАР:
СБЕРБАНК
4276 8060 3183 2164
Гульназ Робертовна А.,
мегафон 89273088288
Уралсиб 2200 1902 1134 1865
Qiwi-кошелек +79177977567
Яндекс-деньги 410012924327637
Pay Pal g.zainullina@yandex.ru





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға