«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Өшөгәндән мең дә бер... булмаһа ла, өс кәңәш!



10.01.2019 Өшөгәндән мең дә бер... булмаһа ла, өс кәңәш!

Кемдер ҡыш буйына ялан баш йөрөһә лә, “ыһ” та итмәй, ә кемдеңдер, саҡ ҡына аяғы өшөһә лә, һалҡын тейҙереп, ләж ятыуы ихтимал – иммунитеттың көсһөҙлөгө арҡаһында зарарлы бактерия һәм вирус­тар яҡтылыҡ тиҙлегендә тиерлек организмды баҫып ала. Һөҙөмтәлә, иң кәмендә, юғалған аҙна-ун көн ваҡыт, ауыр осраҡта – бронхит, ангина, ринит, пневмония, гайморит...

Температураң күтәрелеп, йүткереп, бышҡырып, уранып ҡына ятҡаныңда яныңда градусник, дарыу тотоп, хәстәрлекле ҡиәфәттә яҡындарың йүгереп йөрөһә – бер хәл, ә әгәр ҙә эшкә барырға кәрәк булһа? Әйтәйек, квартал отчетын тултырырға, уҡыусыларға синус-косинус­тарҙы өйрәтергә, сирлеләргә укол яһар­ға... Өйҙәгеләрҙе лә ашатырға, малға бесән һалырға, һыйыр һауырға, ҡар көрәргә талап ителһә? Башың ярылып, танауыңдан ағып, тубыҡтарың ҡалтырап тороуҙа бер кемдең дә эше булмаһа? Шуға ла өшөгәндә йәһәт кенә саралар күрергә, үҙ-үҙеңә ярҙам итергә кәрәк.


1. Өйгә ҡайтып инеү менән, аяҡтарҙы йылытыу.
Табандар йотҡолоҡ өҫтө менән бәйле: аяҡтарҙың туңыуы була, шунда уҡ танау эсе ҡытыҡлай башлай. Шуға ла йотҡолоҡтоң елһенеүе бөтһөн өсөн аяҡтарҙы йылытыу ҙа етә.
– Эҫе һыу һалынған тасҡа тығып та, аяҡтарҙы йылытырға мөмкин, иллә-мәгәр биҙрә ҡулайыраҡ.
– Эргәгеҙгә ҡайнар сәйнүкте ултыртып, ике-өс минут һайын һыуын эҫетеп торорға онотмағыҙ (ҡайнар һыу менән һаҡ ҡыланыр­ға кәрәклеген иҫкәртеп тормайбыҙ, сөнки быны үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ).
– Процедура 15 минуттан артмаһын!
– Һуңынан аяҡтарҙы яҡшылап ҡоротҡансы һөртөп (тире кипмәһен өсөн крем да ярап ҡаласаҡ), йөн ойоҡбаш кейеү зарур.
Әгәр ҙә эҫе һыу менән мәшәҡәтләнергә теләк тә, форсат та булмаһа, табандарға йылытыусы, мәҫәлән, боросло пластырь йәбештереп йәки ныҡ итеп массаж яһап, йөн ойоҡбаш кейергә була.

2. Эҫе сәй, һөт эсеү.
Эҫе генә, бал, ҡурай еләге ҡушылған имбирлы сәй организмды эстән йылытып, сирләргә ирек бирмәҫ. Шулай уҡ прополис өҫтәлгән эҫе һөт эсеү ҙә бик файҙалы. Эҫе һөт, сәй эскәндә уранып ятыу мотлаҡ. Берәй сәғәт тормай ятырға кәңәш ителә (өйҙәгеләрегеҙ ятҡырмаһа, ошо яҙыуҙы күрһәтегеҙ).
3. Ыуыныу.
Өшөп ҡайтҡас та танау япраҡтарын, түште, сама тигәнде онотмай ғына, йылытыусы майҙар (мәҫәлән, оксолин майы, вьетнам “Йондоҙсоғо”, “Доктор МОМ” һ.б.) менән ыуырға кәрәк.
Ошо ябай кәңәштәрҙе үтәгәндә, һеҙгә һис ҡасан һалҡын тейеү янамаҫ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға