05.01.2019 Ҡойҙом йомаҡ
йәки Бәләкәс ҡыҙҙың оло һорауҙары
Сафия, бәләкәс кенә булғанға күрәлер (уға дүрт йәш яңы тулды), әлегә кешеләрҙең яманлығын белмәй. Шуға йәне, күңеле бар донъяға асыҡ. Ғөмүмән, һәр бер бәпәй ап-аҡ, таҙа күңелле бит инде ул! Хәйләһеҙ, керһеҙ бала, оҡшамаһа, оҡшамай, тип ярып һала, күңеленә ятһа инде, сат йәбешә. Уның ошо рәүешле үҙен тотоуы бөтә нәмәлә сағыла, эргә-тирәһендәге кешеләр ҙә ҡыҙымдың “ҡәтғи” тәнҡитенән дә, һөйөүенән дә “ситтә” ҡала алмай. Яңыраҡ уны ныҡ ҡына аптыратҡан хәл булып алды. Ҡыҙым менән эшемә барҙыҡ. Барып инеү менән мине балалар һырып алды, һәр береһе менән сутырлаша-серләшә, һөйләшә-һөйләшә Сафияны сисендерәм. Сыр-сыу килгән балалар уның кем икәнен, ни өсөн бергә эшкә килгәнен, йәшен, буйын, баҡсаға йөрөймө-юҡмы – бөтәһен дә тәфсирләп һорашып алды ла, бергәләшеп етәкләшеп сығып та китте. Әйтерһең дә, бер-береһен күптән белгән таныштар! Ара-тирә йүгереп килеп инә, елдереп кире сығып та китә былар. Бигерәк тә Лиана тигән ҡыҙ менән дуҫлаштылар. Бәләкәс балалар өсөн психологик күнекмәләр үткәргәндә лә Сафия улар менән бергәләп эшләргә тырышты, Лианаһы уға ярҙам итте. Эш мәшәҡәттәренә ныҡ әүрәп киткән бер мәлемдә ҡыҙым бер үҙе генә йүгереп килеп инде лә, үтә борсолоулы тауыш менән: “Әсәй, мин бер нәмә лә аңламайым, Лиананың әсәһе ҡайҙа?” – ти. Ауыҙ асып бер һүҙ әйтергә лә өлгөрмәнем, балам: “Ә һин беләһеңме, әсәй, Артемдың да, Никитаның да, Настяның да, Камилланың, Лизаның да әсәйҙәре юҡ! Атайҙары ла юҡ! Ҡот осҡос! Ҡот осҡос!” – тине лә артабан сығып сапты.
“Әлли, бәлли, бәү... Эйе, матурҡайым. Үҙҙәре һөйләп өлгөрҙөмө ни? Эйе, уларҙың әсәйҙәре лә, күбеһенең атайҙары ла бар. Улар... Ҡайһылары алыҫта, килергә, күрешергә мөмкинлектәре юҡ. Эйе, Лиананыҡылар күрше урамда йәшәй. Ни өсөн, тиһеңме? Ысынында мин әйтә алмайым, балам. Яраталар, эйе. Беләм, беләм, әсәйҙәрен зарығып көткәндәрен! Илайҙар шул, һағыналар бит. Эйе, мин шылтыратам да, хаттар ҙа яҙам әсәйҙәренә, атайҙарына. Килегеҙ, күрегеҙ балаларығыҙҙы, тип! Әлбиттә, балам. Ә ниңә килмәгәндәрен әйтә алмайым. И-и-ий, аҡыллым, улар ҙур бит, сыбыртҡы менән генә аҡыл индереп булмай шул хәҙер. Ҡу-у-уй, ҡыҙым, улай тимәсе! Нисек инде әсәйҙәр үҙ бәпәйҙәрен яратмаһын? Һәр бер әсәй... Уйынсыҡтары күп уларҙың, ҡыҙым... Башҡалар бүләк итә күп итеп, ҡунаҡҡа ла алып ҡайталар, киноға йөрөтәләр, кафеға саҡыралар. Эйе, сит кешеләр әсәй түгел. Дөрөҫ, әсәйҙәр менән яҡшыраҡ, һәйбәтерәк, сөнки улар балаларын ярата. Әлбиттә, берәй ҡасан Лиананың әсәһе киләсәк! Килештек, уның әсәһе килеү менән һиңә әйтермен! Ярай, башҡаларҙыҡы тураһында ла әсәйҙәре алып ҡайтырға килгәс тә һиңә хәбәр итермен. Шулай итербеҙ, балам. Эйе, тап һин әйткәнсә, ҙу-у-у-у-ур торт алып, бергәләп байрам итербеҙ. Һин, мин, Лиана, Артем, Лиза, Камилла, Никита һәм уларҙың әсәйҙәре. Амин, шулай булһын... Әү... Ныҡ яратам, балам! Әү, ҡыҙым! Ю-ю-ю-ю-юҡ, бер ҡасан да ташламайым, гел генә яныңда булырмын, алла бирһә. Әлли, бәлли, бәү...”.
Яңы дуҫтарының әсәйле бәхетле киләсәгенә шикһеҙ ышанып, Сафия йоҡоға талды.
... Ә һеҙ ни тураһында һөйләштегеҙ балаларығыҙ менән бөгөн, хөрмәтле уҡыусылар?