«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һуңлап өлгөргән емеш татлы була



26.12.2018 Һуңлап өлгөргән емеш татлы була

Ирем менән матур итеп донъя көтәбеҙ. бер генә малайыбыҙ бар, Аллаға шөкөр. Һаулығым ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, башҡа балабыҙ булманы. Улыма инде ун ете тула, үҙебеҙ ҡырҡты ваҡлайбыҙ. Бына ошо көндәрҙә үҙемдең ауырға ҡалғанымды белеп, шаҡ ҡатып ултырам. Нисә йылдар буйы ҡәһәтләнеп көтөп, дауаланыу өҫтөнә дауаланыуҙар алып, бер һөҙөмтәһе лә булмағас, ҡул һелтәп тә ҡуйғайным. Иптәшем дә, минең күҙ йәштәремде күрһә, ярай, бер бөртөк булһа ла бар бит, бөтөнләй балаһыҙ түгелбеҙ, тип йыуатыр ине. Кисә иремә әйткәйнем, уның ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән... Ә мин ҡалтырап төштөм. Беренсенән, үтә көтөлмәгән яңылыҡ. Икенсенән, беҙ бит йәш түгел, ул балаҡайҙы нисек үҫтермәк, нисек уҡытмаҡ, нисек ҡарамаҡ кәрәк? Ошо аҙнала башымда әллә күпме уй сыуалып, йоҡом да ҡасты. Улыбыҙға лә әйтеүе оят һымаҡ. Ирем яҡшы кеше, ә хәҙер бермә-бер иғтибары артты. Баланы алдырыу тураһында һүҙ ҙә булмаясағын аңлайым, тик ныҡ ҡына ҡурҡыта...
ДӘМИНӘ,
39 йәш.


Хас та һеҙҙең кеүек хәлдә ҡалдым мин, Дәминә. Уйланыу, ҡурҡыу, аптырау, илау, көлөү – бөтәһе лә булды. Тормошом яйға һалынған, йорт-йыһазым бар, балам ҙурай­ған, хәҙер тик дәүләт өсөн көнө-төнө эшләйем тип янып, ярһып һәм дәртләнеп йөрөгән мәлдә, ҡапыл... Әммә, тормош гел һин теләгәнсә генә бармай икән, ул шикһеҙ үҙенең төҙәтмәләрен индереп кенә тора, тигән фекергә ныҡлап йәбешеп, был үҙгәреште ҡабул иттем. Тулыһынса үҙемдең һәм баламдың киләсәге өсөн яуаплылыҡты тик үҙ иңемә алдым да, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйттем.
Дәминә ханым, һеҙҙең ихлас ҡыуанғанығыҙҙы, ысынлап та, һиҙәм. Тик көтөлмәгән, планлаштырмаған “яңылыҡ” һеҙҙе ал­бырғатып ҡуйған, шулай бит? Янығыҙҙа таяныр кешеләрегеҙ бар, һеҙ яңғыҙ түгел – был бит бәхет. Улығыҙ ҙа ҙурайған, һис шикһеҙ, ул да аңлаясаҡ һәм ҡыуанасаҡ. Ғөмүмән, һеҙгә киләсәккә төбәлгән һорауҙарҙы бер мәлгә оноторға тәҡдим итәм. Әле ауырлы булыу осоро тик башланып ҡына тора, артабан ни булырын бер кем дә белмәй, килешәһегеҙме? Шуға күрә, яйлап, матурлап, ҡыуанып, һаҡланып ҡына, бөгөнгөһөн ҡәҙерләп кенә йәшәгеҙ, килештекме?
Һеҙ хәҙер бик ҡиммәтле гәлсәр ваза кеүек йөрөргә тейешһегеҙ. Әлбиттә, табиптарҙың бөтә күрһәтмәһен үтәү мотлаҡ. Йоҡлау һәм ял итеү режимы, витаминдар менән организмды тулыландырыу, физик күнегеүҙәр эшләү бәпәй көткәндә бик файҙалы. Ә иң мөһиме, күңел тыныслығы. Ни генә булһа ла – үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ. Руссалап әйткәндә “железобетонное спокойствие” булһын юлдашығыҙ. Ярһып киткән мәлдәрҙә ҡатын-ҡыҙ организмы бик күп кенә гормон эшкәртеп сығара. Улар үҙ сиратында яралғыға насар тәьҫир итә. Бәпәйҙәр яралғы ғына булһа ла, әсәйҙең тауышын таный, аңлай. Бәпәйегеҙ менән уйығыҙҙа ғына аралашығыҙ, уға күберәк тормоштағы матурлыҡ, яҡшылыҡ тураһында һөйләгеҙ. Баланың енесен белмәү ҡурҡыныс түгел, аралашҡанда бәпескә “балам”, “аҡыллым”, “матурым”, “бәхетем”, “йәнем”, “батырым”, “һылыуым” тип әйтеү ҙә етә. Һәм онотмағыҙ, тап ошо мәлдәрҙә әсә кеше уның характерын, холҡон формалаштыра башлай. Дәминә, тормош һеҙгә оло бәхеттең башлан­ғысын бүләк иткән, ихлас күңелдән ҡабул итеп алығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыуанығыҙ, шөкөр итегеҙ. Һеҙ бик бәхетле ханым уны иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Бәләкәс ҡыҙым менән ҡунаҡҡа, төрлө сараларға йыш йөрөйбөҙ. Ул, апаһынан айырмалы рәүештә, кешеләргә тиҙ ылыға, ҡурҡып-илаулап, итәк артына йәшенеп тормай. Яңы, тәү күргән кеше тип тормай, балаларға хас ихласлыҡ менән, нимә һорайҙар, тәтелдәп яуап биреп, өйҙәге бөтә “серҙе сисә”. Йәш саҡта балаңдың нисек үҫкәнен дә күрмәйһең, тоймайһың икән ул. Олоғая барып, тормоштоң ҡәҙерен, тәмен белгән мәлдә ҡабат әсәй булып, бәләкәс кенә балаңды үҫтереү үҙе мөғжизә инде, әхирәттәрем. Кем утыҙ биштән уҙып бәпәйләгән, бөтәһе лә минең һүҙҙәремде хуплар.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.





Автор: Ә.Исхаҡова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға