20.12.2018 Йод менән дауалау
Һалҡын тейгәндә йә булмаһа ҡолап бер ерен ауырттырғанда, ата-әсәләр йыш ҡына балаһына йодтан селтәр һыҙа. Уны ысынлап та шулай ҡулланырға яраймы икән?
Йод төнәтмәләре һәр дарыуханала һатыла һәм хаҡы ла арзан. Уны тышҡы йәрәхәттәрҙе һәм һыҙырылған урындарҙы эшкәртеү өсөн файҙаланалар. Тик эсергә ярамай, ашҡаҙанды, эсәктәрҙе яндырыуы ихтимал. Бынан тыш, ул аҡһымдар менән тарҡалмай торған берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Шунлыҡтан йод төнәтмәһен тәғәйенләнеше буйынса ғына ҡулланырға кәрәк, йәғни тирегә һөртөргә йә булмаһа яраларҙы эшкәртергә. Әйткәндәй, яраны эшкәрткәндә лә, өҫтөнә ҡойорға ярамай, ә ипләп кенә ситтәренә һөртөргә генә мөмкин.
Тирегә һөртөү
Йод зарарһыҙландырыу, ҡуҙғытыу, ҡан әйләнешен әүҙемләштереү, ялҡынһыныуға ҡаршы тороу йоғонтоһона эйә. Тирегә сетка эшләгәндә уның тап ошо үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоталар ҙа инде.
Тирегә йод һөртөүгә тире рецепторҙары һәм тамырҙарының яуап реакцияһы булараҡ, ҡан тамырҙары киңәйә, был өлкәлә ҡан шәберәк йөрөй башлай. Һөҙөмтәлә ундағы башҡа процесс та әүҙемләшә һәм, ялҡынһыныу кәмеп, ауыртыу баҫыла.
Йодлы селтәрҙең һаулыҡҡа зыяны юҡ, шунлыҡтан бер йәштән алып балаларға һәм ололарға эшләргә мөмкин. Тик бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың тиреһе үтә нескә булыу сәбәпле, уларға ярамай.
Бындай дауалау ысулын ОРВИ, ОРЗ, бронхит, бронхиаль астма (йодҡа аллергия булмағанда), ларингит, трахеит кеүек тын юлдары ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. Шулай уҡ быуындар, һеңерҙәр һәм тәндең йомшаҡ туҡымаһында ялҡынһыныу процесы барғанда, йәрәхәтләнгәндә, остеохондроздан, радикулиттан, артриттан, артроздан да йодтың файҙаһы тейә. Невралгиянан, варикоздан (башланғыс стадияһында), геморройҙан, маститтан, лактостазанан, простата биҙе ауырыуҙарынан да тирегә һөртөргә тәҡдим ителә.
Нисек эшләргә?
Мамыҡлы таяҡсаны 5 процентлы йод төнәтмәһенә манып алып, 1х1 см ҙурлығындағы квадраттар барлыҡҡа килерлек итеп, тирегә горизонталь һәм вертикаль һыҙыҡтар һыҙып сығырға. Тап ошо ҙурлыҡта булғанда дауалау һөҙөмтәлерәк, ти белгестәр.
Гипертиреоз, тиреотоксикоз һәм кешелә йод миҡдары күп булһа, йодҡа һәм йод препараттарына аллергия булғанда ла дауалау өсөн йодты ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Башҡа осраҡта ла уның менән артыҡ мауығырға ярамай, аҙнаһына ике-өс тапҡыр эшләү етә.
Йод төнәтмәләре һәр дарыуханала һатыла һәм хаҡы ла арзан. Уны тышҡы йәрәхәттәрҙе һәм һыҙырылған урындарҙы эшкәртеү өсөн файҙаланалар. Тик эсергә ярамай, ашҡаҙанды, эсәктәрҙе яндырыуы ихтимал. Бынан тыш, ул аҡһымдар менән тарҡалмай торған берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Шунлыҡтан йод төнәтмәһен тәғәйенләнеше буйынса ғына ҡулланырға кәрәк, йәғни тирегә һөртөргә йә булмаһа яраларҙы эшкәртергә. Әйткәндәй, яраны эшкәрткәндә лә, өҫтөнә ҡойорға ярамай, ә ипләп кенә ситтәренә һөртөргә генә мөмкин. [/b]