«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тубыҡты нисек дауаларға?



19.12.2018 Тубыҡты нисек дауаларға?

Оло йәшкә тиклем бик һирәктәргә генә быуындарын һау-сәләмәт һаҡлап ҡалыу бәхете тейәлер. Ә ауырыу быуындар уның хужаһына бик күп уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Беренсенән, һыҙлап интектерә. Икенсенән, хәрәкәтсәнлеген юғалта. Кешегә тупһанан күтәрелеүе лә, магазинға барып килеүе лә ауырлаша.
Артроз менән артриттарҙы дауалауҙа шундай ҡапма-ҡаршылыҡ бар: ауырыу быуындар өсөн әүҙем хәрәкәттең файҙаһы һәм зыяны. Хәрәкәт етмәү ауырыу быуындың тағы ла нығыраҡ эшлектән сығыуына килтерә, шул уҡ ваҡытта уға көс төшһә лә насар. Шунлыҡтан быуындарға артыҡ көс һалмаған күнекмәләр генә файҙалы.


Барыһы ла йәрәхәтләнеүҙән башлана
Тубыҡ быуындары янбаш һөйәгенә ҡарағанда йышыраҡ ауырта. Уның иң төп сәбәбе – йәрәхәтләнеү. Бала саҡтан уҡ тубыҡты ауырттыра башлайбыҙ. Һәр бала ҡолағанда иң беренсе тубыҡҡа төшә. Үҫә барған һайын ҡолауҙар кәмей, әммә барыбер ҙә тубыҡтар башҡа быуындарға ҡарағанда күберәк зыян күрә. Төкөйбөҙ, эләгәбеҙ, ауыр күтәрәбеҙ… Ни өсөн тубыҡ янбаш һөйәгенә ҡарағанда еңелерәк йәрәхәтләнә? Янбаш һөйәге төҙөлөшө буйынса төрлө яҡҡа иркен хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирә. Үҙ күсәрендә әйләнеп торғанға күрә уны йәрәхәтләүе еңел түгел. Бының өсөн ныҡ итеп бәрелергә йә булмаһа ныҡ итеп һуҙырға кәрәк. Мәҫәлән, махсус күнекмәһе булмаған кеше шпагат­ҡа ултырғанда ғына шулай ауырттыра ала. Ә тубыҡ һөйәге цилиндр формаһында һәм ул бер йүнәлештә генә хәрәкәт итә. Шунлыҡтан тубыҡ өсөн хәүефле осраҡтар йыш була.

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

Ҡолағанда аяғығыҙ шаҡарылып, тубы­ғығыҙ шешеп сыҡты икән ти. Өҫтәүенә түҙеп торғоһоҙ ауыртыу барлыҡҡа килһә, тарамыштарҙың өҙөлөү ихтималлығы көсәйә. Менисктың йәрәхәтләнгән булыуы ла мөмкин. Нимә эшләргә һуң? Сәләмәтлегегеҙгә артыҡ зыян килтермәй, нисек тиҙерәк һауығырға?
Иң тәү сиратта эскә ҡан һауыуға юл ҡуймаҫҡа һәм шешеүҙе кәметеү сараларын күрергә. Бының өсөн аяҡтарҙы яҙған килеш тубыҡты һығылмалы бинт менән ныҡ итеп бәйләргә кәрәк. Өҫтөнә һалҡын һыу менән йылытҡыс (грелка) ҡуйырға ярай. Мөмкинлек булһа, ауыртҡан аяғығыҙҙы өҫкәрәк ҡуйып ятығыҙ. Әгәр ҙә йәрәхәтләнгән урын ныҡ итеп ауырта икән, анальгетик эсергә кәңәш ителә. Ваҡыты-ваҡыты менән бинтты сисеп алып, аяҡҡа тын алырға бирергә кәрәк. Ауыртҡан аяҡты йылытыу, ҡыҙҙырыу тәүге көндә ҡәтғи тыйыла.
Ҡайһы бер осраҡта йәрәхәтләнгән быуын эргәһендә йомшаҡ ҡына нимәлер тупайып килеп сыға. Тотоп ҡараһаң, эсендә ниндәй­ҙер шыйыҡлыҡ бар кеүек тойола. Дауа­ламаһаң, ул ғүмерлеккә тороп ҡалыуы бар. Шыйыҡлыҡты һурҙыртып алырға кәрәк. Әгәр ҙә уны мәлендә үк эшләмәһәң, һуңынан уны алыу өсөн операция талап ителәсәк.
Йәки ябай ғына түбәндәге ысулды ҡулланып ҡарарға мөмкин: бәләкәй генә поролон киҫәген бинт менән уратып, тубыҡтағы шештән саҡ ҡына ҙурыраҡ шар эшләгеҙ. Шуны шеш урынына ҡуйып, һығылмалы бинт менән уратығыҙ. Ғәҙәттә, дауаланыу өсөн бер нисә көн етә. Тик аяғығыҙға ял биреп алырға онотмағыҙ.
Аяҡ йәрәхәтләнгәндән һуң 3 – 4 көн үткәс кенә тубыҡҡа йылытыу процедуралары үткәрергә ярай. Йылытҡыс ҡуйырға, компресс ябырға йә булмаһа йылытыусы майҙар һөртөргә була. Ваннала ултырған килеш, эҫе һыу менән массаж эшләү файҙалы.
Бер айҙан һуң тубыҡтың ауыртыуы тулыһынса бөтөргә тейеш. Әгәр ҙә аяғығыҙ тыңламаһа, йәғни уны тулыһынса бөкләп йә яҙып булмаһа, тимәк, хәүефләнергә урын бар. Аяҡ хәрәкәтсәнлеген юғалтҡан һәм был осраҡта тиҙ арала уны дауалай башлағыҙ. Йүгереү, мускулдарҙы нығытыу ярҙам итмәйәсәк. Ә әкренләп кенә быуындарҙы ҡуҙғатыу процесына тотонорға.
1-се күнегеү. Нимәгәлер тотонған килеш сүкәйергә һәм торорға. Бындай күнегеүҙе көнөнә ике тапҡыр яҡынса 5 – 10 минут эш­ләргә. Әммә киҫкен ауыртыу булырға тейеш түгел. Был осраҡта мотлаҡ туҡта­тырға.
Тубығы йәрәхәтләнгәндән һуң күптәр эйелеүе, бөгөлөүе ауырлашыуына, аяҡтың тубыҡтан өҫтәге өлөшөндә ауыртыу булыуына зарлана. Сәбәбе шунда: хәрәкәт ет­мәү арҡаһында һеңерҙәр “ултыра” йәки “ҡыҫҡара”. Уны дауалау өсөн төрлө яҡҡа эйелеү буйынса кү­негеүҙәр эшләргә кәңәш ителә.
2-се күнегеү. Иҙәнгә ултырырға һәм аяҡтарҙы алға һуҙып, еңелсә ауыртыу барлыҡҡа килгәнсе алға эйелергә. Ҡулдар менән аяҡ­тар­ҙы уратып тотоп, алға-артҡа бәүелегеҙ. Ауыртыу-ауыртмауға ҡарап, күнегеүҙе көнөнә 2 – 3 тапҡыр 3-әр минут эшләгеҙ. Иң һуңынан арҡағыҙҙы турайтып, яҙып алығыҙ.
Быуындарҙың хәрәкәтсәнлеген ҡайтарыу һәм ауыртыуын баҫыу өсөн ошо күнегеүҙәрҙе бер-ике ай эшләү етә.

Аяҡтағы “сысҡан”
Кемдәрҙеңдер шундай хәлгә тарығаны барҙыр бәлки: көтмәгәндә тубыҡҡа нимәлер эләккән кеүек була ла, аяҡты ҡуҙғатып та булмай, өҫтәүенә көслө ауыртыу хәлде ала. Саҡ ҡына ҡыбырлау ҙа ауыртыуҙы көсәйтә генә. Был – “сысҡан”. Кимерсәк киҫәге өҙөлөп төшкән һәм быуын буйлап хәрәкәт итә. Ул быуындағы тишеккә эләккән саҡта, аяҡ шулай хәрәкәтһеҙ ҡала. Был осраҡта аяҡты көсләп хәрәкәт иттерергә тырышыуҙың кире эҙемтәләргә генә килтереүе ихтимал. Иң яҡшыһы, уңайлап ултырығыҙ. Аяғығыҙҙы бәүелтә-бәүелтә ипләп кенә бөгөп-яҙырға тырышығыҙ, көсләп түгел. Бер нисә минуттан ауыртыу баҫылыр, аяҡҡа ла баҫа алыр­һығыҙ. Тимәк, “сысҡан” “оянан сығып киткән” һәм артабан үҙ юлын дауам итә. Әйткәндәй, “улар” оҙаҡ йәшәмәй. Бер-ике айҙан бындай хәл бөтөнләй борсомауы ихтимал.

Һығылмалылығын көсәйтеү мөһим
Аяҡты йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡларға? Уның юлы берәү генә – һығылмалылығын көсәйтергә. Бының өсөн түбәндәге күнегеүҙәрҙе эшләргә кәңәш ителә.
1-се күнегеү. Иҙәнгә ултырып, уң аяҡты алға һуҙырға, ә һул аяҡты бөкләп икенсеһенең өҫтөнә һалырға һәм иҙәнгә тейҙерерлек итеп еңелсә өҫтөнә баҫырға. Һуңынан аяҡтарҙың урынын алмаштырып, тағы ҡабатларға.
2-се күнегеү. Аяҡтарҙы шулай уҡ ҡуйырға һәм алмаш-тилмәш һуҙылған аяҡҡа ҡарай эйелергә.
3-сө күнегеү. Аяҡтарҙы табаны менән берләштереп, үҙеңә ҡарай яҡынайтырға һәм ҡулдар менән тубыҡтарҙы иҙәнгә төкөтөргә.
4-се күнегеү. Аяҡтарҙы шул килеш ҡалдырып, эйелә алғансы алға эйелергә.
5-се күнегеү. Аяҡтарҙы бөккән килеш киреп ултырғысҡа йә иҙәнгә ултырырға һәм табанды иҙәндән алмайынса, ҡулдар менән тубыҡтарҙы бер-береһенә яҡынайтырға. Һәр күнегеүҙе көнөнә ике тапҡыр бер-ике минут ҡабатларға.

Артрозды һәм артритты дауалау
Әгәр ҙә тубыҡтар бер нисә ай йә булмаһа йыл һыҙлап интектерә икән, тимәк, һүҙ хроник ауырыу – артроз-артрит тураһында бара. Был осраҡта башҡа күнегеүҙәр комплексын башҡарырға тәҡдим ителә. Күнегеүҙәр барыһы ла еңел, һәр кем башҡара алырлыҡ.
1-се күнегеү. Аяҡтарҙы һәлендереп, бейек ултырғысҡа ултырырға һәм уларҙы еңелсә алға-артҡа, уңға-һулға бәүелтергә. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға.
2-се күнегеү. Аяҡтар иҙәнгә тейеп торорлоҡ итеп ултырғысҡа ултырырға. Ултырған килеш аяҡ осона баҫып, үксәне 1 – 2 сантиметрға ҡалҡытырға һәм кире төшөрөргә. Өс секунд ял иткәндән һуң, күнегеүҙе йәнә ҡабатларға.
3-сө күнегеү. Шулай уҡ аяҡтар иҙәнгә тейеп ултырған килеш, аяҡ остарын күтәреп, (иҙәнгә һуҡҡан кеүек итеп) кире төшөрөргә. Ике аяҡ менән алмашлап та эшләргә мөмкин.
Ошо ябай ғына күнегеүҙәрҙе эшләргә ваҡыт таба алһағыҙ, тубыҡтарға бәйле бик күп проблеманан ҡотолор инегеҙ.





Автор: С.Лотфуллина
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға