«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Балаларығыҙҙы бәләкәй сағынан сикләгеҙ



18.12.2018 Балаларығыҙҙы бәләкәй сағынан сикләгеҙ


Беҙ йәш ғаилә, ике ул үҫтерәбеҙ. Әле бәләкәсе – баҡсала, ҙуры башланғыс синыфта уҡый. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, интернетты үҙләштереп алдылар: әгәр беҙ рөхсәт итһәк, йәһәт кенә үҙҙәренә кәрәк уйынды таба һалып, икеһе ике яҡҡа ҡыйшайып ята ла, шарт та шорт уйнай башлай. Уларҙың ошолай ятыуы оҡшамай. Әммә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: улдарым эргәлә, тамаҡтары туҡ, һәм мин дә эштәремде тыныс ҡына эшләйем. Ә шулай ҙа борсола башланым, сөнки хәҙер баҡсанан-мәктәптән ҡайтып инеү менән телефонға йәбешәләр, бирмәһәк, тауыш ҡуба. Ирем балалар­ға башҡаса телефонды тоттормаҫҡа, тип миңә ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы. Бөгөн кисен ни булыр өйҙә, уйлауы ла ҡурҡыныс.
Лилиә,
Өфө.


Хәйерле көн, Лилиә һылыу. Әсә күңеле үтә лә һиҙгер. Бына хәҙер улдарығыҙҙың, үҙегеҙ әйтмешләй – ҡыйшайып ятыуына ни өсөн борсолаһығыҙ икән? Әйҙәгеҙ бергәләп уйлайыҡ. Борсолоу (тревога) – ниҙер оҡшамағанда килеп тыуған эмоция, йәғни күңел кисереше. Күп осраҡта был эмоция иҫкәртеүсән булып сыға, йәғни борсолоу юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Ә хәҙер малайҙарығыҙға иғтибарҙы йүнәлтәйек. Был йәштә психик һәм физик яҡтан һау балалар шуҡ, шаян, әүҙем була: дөбөр-шатыр уйнайҙар, ҡысҡырышалар, ватып-емереп тә ҡуялар, тирләп-бешеп йүгерекләйҙәр. Быуындар буйы балалар ошо рәүешле үҫкән. Һәр бер кешенең хәтерендә, хатта ген кимәлендә, әүҙем бала – һау бала тигән информация бар. Үҙебеҙҙең халыҡ мәҡәле лә ошо тәғлимәтте дөрөҫләй, йәғни “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, ти. Һеҙ Лилиә, был турала беләһегеҙ.
Сөнки һәр бер кешенең төпкө аңында (подсознание), һәр бер ген күҙәнәгендә быуындан килгән мәғлүмәт һаҡлана бит. Аңлайһығыҙмы? Ҡолонсаҡтай сабып йөрөр улдарығыҙ тора алмаҫлыҡ ауырыуға дусар булған кеүек ятһынсы. Ә был рәүешле дауам итһә, малайҙарҙың юҡ-бар сиргә лә бирешәсәге көн кеүек асыҡ. Һеҙҙең борсолоу бына ошо туралалыр бәлки? Ауырыу бар нәмә бит, һәм ул ағас башынан йөрөмәй. Һеҙ улдарығыҙҙың телефон таптырып низағлашыуына күҙ йомоп ҡараһағыҙ, ситуацияны ҡулдан ысҡындырасаҡһығыҙ. Уларҙың ошо рәүешле талап итеүе балалар­ҙа уйынға (селтәргә, гаджетҡа) ҡарата бәйлелек үҫешә башлағанын күрһәтә.

Нимә эшләргә? Иң беренсе тынысланыр­ға, әлбиттә. Кискелеккә улдарығыҙ менән бергәләп нимә эшләйәсәгегеҙҙе планлаштырығыҙ. Балаларығыҙҙы алып ҡайтҡас, матур итеп аңлатығыҙ: ошо көндән селтәр­ҙәге уйынды туҡтатабыҙ (кәметәбеҙ, нисә минут уйнауҙарын билдәләп үтеү мөһим). Был һөйләшеүҙә ни сәбәптән тыйғанығыҙҙы, мәҫәлән, ҡыйшайып ултырыуҙың умыртҡа һөйәгенә, бер нөктәгә тексәйеүҙең – күҙҙәргә, ҡыбырламаҫтан ҡатып ултырыу­ҙың дөйөм организмға нисегерәк тәьҫир итеп, һаулыҡҡа ҙур зыян килтергәнен малай­ҙарға аңлатыу мөһим. Артабан үҙегеҙ ҡорған планға ярашлы, алға. Лилиә, беренсе көндән үк малайҙар ырғып тороп һеҙҙең планға ярашлы ҡыбырлап китер, тип уйламайһығыҙҙыр ул? Дөрөҫ. Улар һеҙҙе төрлөсә шантажлаясаҡ: илау, һыҡтау, һөйләшмәү һәм башҡа. Быға бирешмәҫкә тәҡдим итәм. Балаларҙы үҙегеҙ менән бергә эшләтегеҙ, уйнағыҙ, әкиәт уҡығыҙ, дәрес әҙерләгеҙ, тышҡа сығығыҙ, әммә “әйткән һүҙ – атҡан уҡ” булһын, тыйыуҙарҙан тайпылмағыҙ. Әгәр ҙә ошо мәлдә бер төрлө әйтеп (ярамай), икенсе төрлө эшләһәгеҙ (рөхсәт) – малайҙарҙы “киләсәктә лә ошо рәүешле ҡыланһаҡ, нимә теләйбеҙ, шуны эшләйәсәкбеҙ” тип өйрәтәсәкһегеҙ. Әлбиттә, ирегеҙ ҙә һеҙҙең яҡлы булып, үҙен һеҙ ҡорған планға ярашлы тотһа, тиҙ арала улдарығыҙ был афәттән ҡотоласаҡ. Тиҙ арала тиеүем бер-ике аҙнаға тиң. Артабан, балалар тыныс­ланды, тип телефондарығыҙҙы тоттора күрмәгеҙ. Был интернет бәйлелек шуныһы менән насар – ул тиҙ арала үҫешеп, тамыр йәйә. Малайҙар әле үҫә генә, алда һеҙҙе бик күп төрлө күңелле мәлдәр көтөп тора.

Лилиә һылыу, уңыштар теләйем һеҙгә!

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.





Автор: Ә.Исхаҡова
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға