13.12.2018 Тағы бер тапҡыр лимондың файҙаһы хаҡында
Был иҫ киткес шифалы үҙенсәлектәргә эйә емеш бөтә донъяға яҡшы билдәле. Кешеләр уны быуаттар дауамында файҙалана. Хуш еҫле цитрусты косметологияла ла киң ҡулланалар. Ул ҡояш энергияһына бай. Еҫе һәм тәме дауалау көсөнә эйә.
1. Электролиттар сығанағы – калий, магний, натрий, кальций кеүек электролиттарға бай. Өй шарттарында лимондан бик файҙалы спорт эсемлеге әҙерләп була. Бының өсөн 40 мл һутына 1л һыу ҡушырға һәм 3 ҡалаҡ бал, 1/4 ҡалаҡ тоҙ өҫтәргә. Һөҙөмтәлә 4 – 5 порциялыҡ шифалы эсемлек килеп сыға.
2. Иммунитетты нығыта. Ауырый башлағанығыҙҙы тойоу менән иммунитетығыҙҙы нығытыу өсөн бер стакан йылы һыуға бал һәм лимон һуты ҡушып эсеп ҡарағыҙ. Бер лимонда С витаминының көндәлек нормаһының яҡынса 50 проценты бар. Был емештәге кальций, тимер, фосфор, баҡыр менән ҡушымтаһында ул бик яҡшы тәбиғи иммунитетты нығытыу сараһы ла булып тора.
3. Күңел болғаныуын баҫа. Йыш ҡына юлда йөрөгәндә йә башҡа мәлдә күңел болғанып бөтә кәйефте төшөрә һәм хәлде ала. Әгәр ҙә ҡул аҫтында дарыуҙар йәиһә яҡын-тирәлә дарыухана булмаһа, лимон киҫәген ҡабып, һурырға кәрәк. Шунда уҡ хәлегеҙҙең яҡшырыуын тойорһоғоҙ.
4. Бахмурҙан интегеүселәргә лә лимон ярҙамға килер. Һутын һыуға ҡушып эсегеҙ. Ул уҡшыуҙы баҫа, бауырҙағы токсиндарҙы сығарырға булышлыҡ итә.
5. Эс ҡабарыуынан ҡотолорға ярҙам итә. Иртән тороуға эсегеҙ ҡабарып, ауыртыуын тояһығыҙ икән, махсус рецепт буйынса әҙерләнгән эсемлек ярҙам итер. Бының өсөн 4 – 5 киҫәк ҡыярҙы, киҫәктәргә бүлгеләнгән ярты лимонды, әфлисундың 1/4 өлөшөн, бер нисә бөтнөк япрағын бер литр һалҡын (боҙло) һыуға төшөрөгөҙ. Файҙаһы тейергә тейеш.
6. Бауырҙы таҙарта. Токсиндар менән шып тулған бауырҙың организмдағы бик күп процесҡа тотҡарлыҡ яһауы бар. Был иһә сәләмәтлеккә лә кире йоғонто яһай. Лимон ҡабығы ярҙамында уны таҙартып була. Цитрус ҡабығы D-лемонен тигән матдәгә бай. Ул организмдан шлактарҙы, шул иҫәптән бауырҙан токсиндарҙы ла бик яҡшы сығара.
7. Яман шештән һаҡлай. Лимон һәм лимон һуты – бик көслө тәбиғи антиоксидант – С витамины сығанағы. Ул организмда яман шештәрҙең сәбәбе булған ирекле радикалдар барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Шунлыҡтан көнөнә бер тапҡыр булһа ла әҙерәк лимон йәки лимон һуты ҡулланырға ғәҙәтләнегеҙ.
8. Артыҡ кәүҙә ауырлығы менән көрәшергә ярҙам итә. Әлбиттә, лимон ашап ҡына ябығып булмай. Шулай ҙа диета һәм физик күнекмәләр менән берлектә көн һайын лимон ашау ябығыу процесын тиҙләтә. Эш шунда: лимон метаболизмды тиҙләтә һәм организмды энергия менән байыта. Бер аҙ әсе ҡыҙыл боросто ваҡлап, лимон һуты ҡушылған һыуға һалып эскәндә, бер көнгә етерлек энергия алырға мөмкин. Өҫтәүенә, ул матдәләр алмашыныуын да тиҙләтә.
9. Холестерин кимәлен кәметә. 2013 йылда юғары ҡан баҫымы менән интегеүселәр араһында тикшереү үткәрелә. Унда ҡатнашыусыларҙы өс төркөмгә бүләләр. Беренсе төркөмгә лимон һуты ҡушылған һыу бирәләр, икенсеһенә – берәр алма, өсөнсөһөнә – алма һәм лимонлы һыу. Һуңынан уларға күнекмәләр эшләргә ҡушалар. Тәжрибә шуны күрһәтә: беренсе төркөмдәгеләрҙең холестерин кимәле ныҡ ҡына кәмей. Кемдәргә алма һәм лимон һуты бирелгән, улар икенсе урында була. Бынан ғалимдар, лимон, ысынлап та, холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә, тигән һығымтаға килә.
10. Бөйөрҙә таштар барлыҡҡа килеүенә тотҡарлыҡ яһай. Составындағы цитрат бәүелдә кальцийға башҡа матдәләр менән йәбешергә бирмәй һәм шул сәбәпле бөйөрҙә таштар барлыҡҡа килеүенә лә юл ҡуймай. Бөйөрөгөҙҙә таш булмаһын тиһәгеҙ, көн һайын лимонлы һыу эсергә онотмағыҙ.
11. Астманан ярҙам итә. Ялҡынһыныуға ҡаршы тороу үҙенсәлеге менән ул был сирҙе еңеләйтеү өсөн дә файҙалы. Ялҡынһыныуҙы кәметеп, тын алыу юлдарын асҡас, тын алыуы ла еңелләшә. Әйткәндәй, шешәләге лимон һутына ҡыҙығырға ярамай, уның файҙаһы юҡ. Ғалимдар фекеренсә, хатта астма өйәнәген көсәйтеп ебәреүе ихтимал.
12. Лимон йоҡоһоҙлоҡтан һәм стрестан арынырға булышлыҡ итә.
Кәйефкә һәм йоҡоға йоғонто яһау өсөн уны ароматерапия сараһы булараҡ ҡулланып ҡарағыҙ. Бының өсөн бер лимон һәм һыу өсөн һауыт ҡына кәрәк буласаҡ. Һыуҙы ҡайнатып, уға лимон һутын һығығыҙ һәм ҡалған киҫәктәрен өҫтәгеҙ. Һуңынан уны эргәгеҙгә ҡуйып, һауаһын һуларға ғына ҡала. Лимондың хуш еҫе стресс һәм хәүефләнеү кимәлен кәметеүе, аңды тынысландырыуы иҫбатланған.
Күреүебеҙсә, лимондың шифалы үҙенсәлектәре бик күп. Цитрус емеш витаминдарға һәм минералдарға бай. Составындағы төп компоненттары, әлбиттә, һыу һәм лимон кислотаһы. Бынан тыш, унда организм өсөн бик мөһим булған витаминдар ҙа бар. Айырыуса С витамины күп. А, В1, В2 һәм Д витаминдарына, цитринға, минераль тоҙҙарға, лимон кислотаһына бай булыуы менән дә кеше организмы өсөн үтә файҙалы ул. Күптәр лимонды һалҡын тейеп ауырығанда, киҙеүҙән, тамаҡ ауыртҡанда ҡуллана.
Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, тағы бер файҙалы рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.
Бер лимонды бер минутҡа ҡайнар һыуға манып алып, ҡабығы менән ит үткәргес аша үткәреп, ике ҡалаҡ бал һәм ярты ҡап аҡ май ҡушып бутағыҙ. Был шифалы дауаны икмәккә һөртөп, көнөнә 6 – 8 тапҡыр ашағыҙ. Лимон, бал һәм аҡ май ҡушылмаһы инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәштә аҡ ҡан тәнсәләре бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.