«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бала менән беренсе етди һөйләшеү



10.12.2018 Бала менән беренсе етди һөйләшеү

Бына нисәнсе тапҡыр улымдың кеҫәһенән йәшкелтерәк төҫлө гранулалар табам. Тәүҙә, был нимә, тигән һорауға, ҡый төшкәндер, тип яуапланы. Бер тапҡыр булһа, бәлки был хәл, онотолған булыр ине. Юҡ шул! Тағы, тағы, тағы килеп сыҡтылар. Кисә генә кеҫәһенән шыптыр ҡапта килеш шул нәмәләр ята ине. Аптырағас, интернеттан ярҙам һорарға булдым. Уҡығандарымдан күҙем түбәгә менеп, иҫем китеп ултырам. Минең улым насвай ҡуллана бит! Бер бөртөк баламды наркоман булһын тип үҫтерәмме ни? Хәҙер нимә эшләргә? Нисек аңла­тырға, һүҙҙе ниҙән башларға? Атаһына әйтергәме? Уф, көйөп ултырам!
Фирҙәүес.

Баланың йәше күрһәтелмәһә лә, был егет ҡорона инеп барған үҫмерҙер, тип аңларға була. Тап ошо мәлдә улар аҡты-ҡаранан айырып өйрәнеү генә түгел, ә бәлки, танып-белә башлай һәм, әлбиттә, тәҡдим ителгәндән йыш ҡына баш тартып тормайҙар. Беренсенән, дуҫтарынан айырылғылары килмәй, икенсенән, ҡыҙыҡһыныу барыбер көслөрәк. балаларыбыҙҙы ошондай афәттәрҙән нисек кенә араларға һуң? Профилактик һөйләшеүҙе ҡасан башларға? Нисек, киреһенсә, балаларҙа был матдәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмаҫҡа? Күп кенә ата-әсәне ошондай һорауҙар бор­сойҙор.

Әлбиттә, ике йәшлек балаға беҙ спиртлы эсемлектәр, тәмәке һәм наркотиктарҙың ниндәй ҡот осҡос хәлдәргә килтереүен һөйләп тә тормайбыҙ. Ә бына тап ун йылдан һуң ошо турала ипләп кенә һүҙ башлау зарур. Нисегерәк? “Бына, улым, мин тәмәке тарт­һам да, һин тартма! Ярамай! Мин эсеңкерәйем шул, улым, тик һин спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙыңа ла алма! Ағыу бит ул. Ярамай! Һаулыҡҡа ныҡ зыяны күп!” – тип әйткән атайҙы күҙ алдына килтерегеҙсе. Улы атаһын ишетәсәкме? Юҡ. Сөнки бала уның ни ҡылғанын ҡабатлаясаҡ. Бындай атайҙарға ҡарата бала тарафынан хөрмәт итеү ҙә булмаясаҡ: нисек инде, үҙе эсә лә, тарта ла, ә мине тыя – ю-ю-ю-ю-юҡ, мин дә атайым һымаҡ булғым килә – бындай һөйләшеүҙән һуң бына баланың төп фекере. Тимәк, балабыҙға өлгө булыу – һәр кемдең бурысы. Артабан киттек. Эсмәгән-тартмаған ғаиләлә (Фирҙәүестәрҙең ғаиләһе тап шулай тойолдо), баланың психоактив матдәләр ҡулланыуы мөмкинме? Әлбиттә. Сөнки дуҫ­тары ҡуллана. Был йәштә үҫмер­ҙәргә тик дуҫтары ғына авторитетҡа эйә. Тимәк, бала­ғыҙҙың дуҫтарына иғтибар йүнәлтәгеҙ. Халыҡ мәҡәле лә “Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның көйөн көйләрһең” ти, шулай бит. Балағыҙҙың ниҙер ҡулланғанын һиҙҙегеҙ икән, сабырлыҡ тупларға тырышығыҙ. Тауыш ҡуптарыу, агрессив тыйыу­ҙар, ҡурҡытыу саралары, ышанығыҙсы миңә, ярҙам итмәйәсәк! Был рәүешле “тәрбиәләү” балағыҙҙы “подпольеға” ҡасырға мәжбүр итәсәк. Тимәк, иң тәүҙә – сабырлыҡ. Икенсенән, оператив ҡына рәүештә информация туплайбыҙ: нимә ҡуллана, нисек ҡуллана, ниндәй эҙемтәләргә килтерә – интернет селтәре һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Өсөнсөһө ауырыраҡ. Хәҙер һеҙҙең ҡулда бөтә “кәрт” – эйе, балағыҙ яңыраҡ ҡына нимәлер “тәмләй” башлаған. Был турала һөйләшеү мөһим. Йәғни, “күрмәмеш тә белмәмеш” позицияһы яҡшыға килтермәйәсәк. Атай йәиһә әсәй, иң яҡшыһы икегеҙ бергәләп, балағыҙҙы ҡаршығыҙға ултыртығыҙ. “Һин хәҙер ҙур үҫтең. Үҙеңдең ҡылыҡтарың өсөн яуап бирә алаһың. Беҙҙе һинең кеҫәңдә табылған нәмәләр үтә лә ныҡ борсой. Беҙ уның нимә икәнен беләбеҙ,” – тип башлайһығыҙ. Уны кәмһетмәгеҙ, ҡурҡытмағыҙ, янамағыҙ. Дуҫтарын кәмһетеүҙән тыйылығыҙ. Һеҙҙең балағыҙҙың тәртибе генә “аҡһап” тора, шулай ҙа ул бит был донъялағы иң ҡәҙерле кешегеҙ икәнен иҫтән сығармағыҙ. Ҡулланған матдәнең, һаулыҡҡа нисек йоғонто яһағанын һеҙ белергә тейеш. Был турала ла әйтеү мөһим. Һөйләшеү еңелдән булмаясаҡ, әммә балағыҙҙың артабанғы тәртибе һеҙҙән, хөрмәтле ата-әсәләр, тик һеҙҙән генә тора. Һеҙҙе шулай ҙа тынысландырғым килә: бындай темаға беренсе һәм һуңғы ауыр һөйләшеү буласаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, балаға ошо бер генә һөйләшеү –аңлашыу ғүмере буйына етәсәк.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.





Автор: Ә.Исхаҡова
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға