11.12.2018 Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы
Ҡарағай бөрөһө ярҙамында киҙеүҙән һәм һалҡын тейҙереүҙән һаҡланырға мөмкин.
Бының өсөн 2 ҡалаҡ ҡарағай бөрөһөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, банка менән һыулы кәстрүлгә ҡуйып, 30 – 35 минут ҡайнатырға. Ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң һөҙөп алырға. Ауырыуҙы дауалау өсөн көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң яртышар стакан эсергә. Ә ауырыуҙан һаҡланыу өсөн иртәнсәк көнөнә бер тапҡыр эсеү ҙә етә.
Ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә ревматизмды, бронхитты, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн дә ҡулланыла.