05.12.2018 44, йәки тормош миңә ике дүртле ҡуйғанда...
Яңыраҡ яҡын туғанымда ҡунаҡта булдым. Үҙем алыҫта булғас, ошолай ҙу-у-ур ҡунаҡтарға һирәк эләгәм. Бында бик күп туғандарым, синыфташтар, дуҫтар менән күрештем. Һағындырған икән. Был туғаным ябай туған түгел. Ул – минең синыфташым. Мәктәп йылдарында бер парта артында ултырҙыҡ. Ошо байрамда унда саҡырылған ҡунаҡтарҙың береһе миңә: “Әлмира, быйыл һиңә тормош ике дүртле һуға түгелме? Ҡарале, һиңә лә шулай булғас, беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын”, – тип көлөштөк. Көлмәҫ ереңдән көлөрһөң: үҙенең тыуған көнө минекенән бер аҙнаға һуңыраҡ. Тыуған көнөмдә лә, тормош ике дүртле һуҡты тәки, аллаға шөкөр тип, йылмайырға, уйланырға тура килде.
Күпме икән ерҙә йәшәгән кеше өсөн ошо ғүмер? Ниндәй мәлдәрем күберәк булғандыр? Ниҙәр мине йылмайтты, ә нимәләр һағайтты? Абынып, тубыҡ йыртыуҙарым әллә ләззәтле мәлдәрем киләсәккә дәрес булдымы икән? Уйлап ҡараһаң, бөтә кеше лә ошо дәүер аша үтә алмай – ҡайһы берәүҙәр бигерәк йәшләй китә был донъянан. Тимәк, ошо ике дүртлене артылыу үҙе үк бәхет! Ошо йәшкә еткәнсе, тормошом мине уңға-һулға “ялпылдатып” алды. Юҡ, дөрөҫ әйтмәнем. Мин үҙем “ялпылданым”: тайпылдым, тайшандым, бер үк ерҙә тапандым... Йәшлек, белекһеҙлек тә булғандыр тәүҙә. Тормошомда битем ғәрлегемдән ут кеүек янған мәлдәрем булды – рухи ныҡлыҡ, тоғролоҡтоң нимә икәненә төшөндөм. Ҡайғынан бөгөлөп төштөм, бирештем, үҙемә ҡул һелтәнем – башҡаларҙы ғына түгел, хатта үҙеңде ғәфү итә алыу мөмкинлегенә инандым. Шашып, алабарманланып, шарҙыуанланып бәхетемде бөтә донъяға күрһәттем – тартып алды ла, дер һелкетеп тубыҡландырып ҡуйып, яҙмышым сабырлыҡҡа өйрәттте. Тел болғап, һүҙ юҡта һүҙ булһын тип, иманһыҙ шаяртып ҡына ташлаған һүҙҙәрем тыпылдап ҡына алдыма килде – ауыҙымды үлсәп асырға өйрәндем. Яратҡан кешеңдән баш тартыуы еңел түгел, әммә “ир ҡайғыһы – итәктә” икән барыбер ҙә. Сөнки иң мөһиме, сикһеҙ ҡәҙерлеһе, тоҙо һәм шәкәре, балдай татлыһы балаларың икәненә төшөнәһең. Һәм тағы ла бер асыш: йәшең ырауы менән бермә-бер яҡын тип һаналған дуҫтарыңдың һирәкләнеүе лә тәбиғи күренеш икән.
Кемдәрҙер өсөн мин әле йәшмен. Кемдер өсөн бигерәк тә оломон. Шулай ҙа, өләсәйем әйтмешләй: “Йәшәй-йәшәй генә кеше йәшәргә өйрәнә”, – тип, минең дә йәшәйеш, тормошҡа ҡарата үҙ ҡағиҙәләрем тупланды. Улар юҡтан барлыҡҡа килмәне. Шәхсән үҙ абыныу-талпыныуҙарымдан ғына сығып төҙөлдө. Һеҙҙең менән дә бүлешкем килә, дуҫтар, сөнки “мин бит психолог” тигән нәмә күңелде өйкәп тик тора. Ҡағиҙәләр бик ябай һәм күпселек кешеләр ошо рәүешле йәшәй ҙә. Рәхим итегеҙ:
– Кешелеклек. Кеше кешегә дуҫ һәм терәк. Улай түгел икән – бындай кешеләр менән үтә лә яҡынайыу кәрәкмәй.
– Эшһөйәрлек. Эшләгән – тешләгән йәки эштең ояты юҡ.
– Тырышлыҡ. Сөнки, тырышҡан ғына ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡанын иҫләйбеҙ бит?
– Берҙәмлек. Туғандарыңды ҡәҙерләү, ата-әсәйеңә оло хөрмәт күрһәтеү. Һәр ваҡыт.
– Рухи ныҡлыҡ. Битең менән бысраҡҡа төштөң икән, тор ҙа иҫбатла: был бысраҡ дауалау һәләтенә эйә!
– Ярҙамсыл булыу. Томошта кемгәлер тел йәки ҡул ярҙамы күрһәтә алаһың икән – эшлә. Тик ул кеше ярҙам һорағандан һуң ғына.
– Балаларыңды ярат, иркәлә, наҙла, һөй, ҡосаҡла, үп, ярҙам ит! Һәр ваҡыт.
– Һаулығыңды ҡайғырт.
– Хыялыңа хыянат итмә, сөнки хыял тормошҡа ашыусан!
– Бөгөнгө көн менән йәшә. Бөгөнгө бәхетеңде күрә һәм ҡәҙерләй бел!
– Бар! Бар ул яҙмыштарҙан уҙмыштар.
– Ни эшләргә белмәһәң – бер аҙым яһа. Алға.
– Йылмай. Йылмаймаҫ өсөн сәбәп эҙләмә.
– Яҡшылыҡты һөйлә – артыр, яманлыҡты һөйләмә – кәмер.
Тағы, кешелектә быуындан быуынға күсеп килгән үҙгәрешһеҙ бер тәғлимәт бар, ул да булһа – иман һәм дә тәүфиҡ. Күреүегеҙсә, был ҡағиҙәләрҙә иҫ китерлек бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Тик минең бит һеҙгә ниҙер әйткем килгәйне? Бәлки, һеҙ – бүтәндәр, минең кеүек яңылышмаҫһығыҙ, ә? Үҙ аҡылың менән аңлағансы, маңлайығыҙҙы ороп-бәргәнсе, йәһүдтәр һымаҡ, ипләп кенә кеше хатаһынан фәһем алырһығыҙ, тием дә. Их, кеше хатаһы беҙгә лә фәһем булһа икән дә ул, нисек рәхәт йәшәр инек икән?!
Үҙебеҙ шәхес булараҡ тулы ҡанлы, бәхетле, иманлы-тәүфиҡлы икәнбеҙ, тимәк, балаларыбыҙ ҙа тап шулай буласаҡ, иманым камил. Теләгән кеше – булдыра, үҙенең бала сағы башҡа рәүештәрәк үтһә лә. Юҡһа хәҙер күптәр үҙенең бәхетһеҙлегендә ата-әсәһен яманларға әүәҫләнеп алды, һинең балаңдың бөгөнгөһө – тик һинең ҡулыңда! Тимәк, киләсәк бәхетле ҡартлығың өсөн дә һин тик үҙең генә яуаплы. Яҙмышың – һинең ҡулыңда, кешем, ҡаушырма ҡулыңды!
Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.