«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Юл япрағы



04.12.2018 Юл япрағы

Бейеклеге 30 см-ға етә. Юл япрағы әрһеҙ үлән. Ул ташландыҡ ерҙә, юл буйҙарында, баҡсаларҙа, болон - туғайҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған дарыу үҫемлеге. Июнь һәм июль айҙарында ҡыҙғылт- көрән сәскә ата, шул мәлдә йыйырға кәрәк.

Үҫемлектә А, К һәм С витаминдары, аскорбин кислотаһы, ринантин, алкалоидтар, ферменттар, флавоноидтар, органик кислоталар тупланған. Юл япрағы – тәбиғи лейкопластырь, ул яраны уңалта. Уның һуты йәки төнәтмәһе менән эренле яраны, һыуланып торған экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙарын сылатып дауалайҙар. уларҙан ҡотолоу өсөн яңы өҙөп алынған япраҡтың иҙмәһе лә ҡулланыла. Төнәтмәһе ашҡаҙан өсөн файҙалы, йүткереүҙе йомшарта. 1 аш ҡалағы япраҡ иҙмәһен 2 аш ҡалағы малдың туң майы менән бутарға. Уның менән тире аҙырыуҙарын эшкәртергә була.

Уны бронхит, туберкулез, асма, колит, энтерит, гастрит ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. 1 аш ҡалағы кипкән юл япрағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ябыҡ килеш йылы урында 20 минут ултыртырға. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға 1 аш ҡалағы эсергә. Япраҡтарының һуты ауыртыуҙы баҫа ала, аппетитты яҡшырта. Үрҙә һанап үткән ауырыуҙарға яңы йыйылған үләндең һутын да ҡулланырға була. Һутты көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан ярты сәғәт алда, бал ҡалағы менән эсергә.

Эс ҡатҡанда кипкән юл япрағын ваҡлап, 1 сәй ҡалағын менән ашарға мөмкин. Артынан һыу эсеп ҡуйырға кәрәк.
1 сәй ҡалағы юл япрағының орлоғон 0,5 стакан ҡайнар һыу менән төнәткәндән һуң ас ҡарынға эсергә кәрәк. Ул түлһеҙлектән йонсоған ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ярҙам итә. Дауалау курсы ярты йыл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға