«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Юл япрағы менән яман шеш ауырыуын дауалау



03.12.2018 Юл япрағы менән яман шеш ауырыуын дауалау

Үпкәлә яман шеш булғанда юл япрағы төнәтмәһе ярҙам итә: шеш күҙәнәктәрен үлтерә, ауыртыуҙы баҫа, гемоглобинды кәрәкле кимәлдә тота, һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай, химиотерапиянан һуң организмға һәм иммунитет системаһы яйға һала.

1-се вариант: 1 аш ҡалағы кипкән юл япрағына 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 2-3 сәғәт төнәтергә. Аш алдынан берәр аш ҡалағы эсергә.
2-се вариант. 200 мл һыуға ваҡлап туралған 1 аш ҡалағы кипкән юл япрағы тамырын һалып 5 минут тирәһе ҡайнатырға. Уттан алып, бер сәғәт ултыртып торорға ла, көнөнә 3 тапҡыр 2-әр аш ҡалағы эсергә.
3-сө вариант. Юл япрағын йыйғас, уны ныҡлап бал менән бутарға. Был массаны бәләкәй банкаға нышып тултырғас, 5 сәғәт тирәһе ултыртып торорға. Һарҡып сыҡҡан һутты бер аҙ һыу менән шыйыҡлатып, тәүлегенә 4 тапҡыр эсергә. Был вариант шулай уҡ ашҡаҙандағы яман шеште лә бөтөрә.
4-се вариант ашҡаҙан шешен дауалау өсөн. 1:1 күләмдә шәкәр һәм юл япрағы алып бутарға ла, быяла һауытҡа һалып, 2 аҙна ултыртырға. Бүленеп сыҡҡан һутты һарҡытып алырға ла, аш алдынан берәр сәй ҡалағы эсергә.
5-се вариант: юл япрағын йыйып алғас эҫе һыу менән бешкеләп иттурағыс (мясорубка) аша үткрергә. Марля аша һығып һутын алғас, уны 1:1 иҫәбендә һыу менән бутарға. Килеп сыҡҡан эсемлекте ҡайнатып сығарырға кәрәк. Уны көнөнә 4 тапҡыр аш алдынан эсергә.

Был рецептарҙы тромбылары ауырыу кешеләргә ҡулланырға ярамай!!!!
Ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ!





Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға