«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дәфнә дауаһы



01.12.2018 Дәфнә дауаһы

Дәфнә (лавр) япрағын күптәр ни бары аш тәмләткесе итеп ҡуллана. Ә ул бактерияларҙы үлтереүсе иң яҡшы үҫемлектәр­ҙең береһе булып һанала. Шуға күрә дәфнәне өйҙә үҫтереү ҙә файҙалы. Уның япраҡтары туберкулез таяҡсалырын юҡҡа сығарыусы фитоцидтар бүлеп сығара. Тағы ла ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарынан, ангинанан ярҙам итә.

– Быуындар һыҙлауынан 1 ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған дәфнә (лавр) япрағын 1 стакан үҫемлек майына һалыр­ға һәм парҙа (“һыу мунсаһында”) 30 минут тоторға кәрәк. Унан һуң һөҙөргә, һыҙлаған урынға һөртөргә.

– Һалҡын төшөү менән күптәргә гер­пес сығып, ирендәре боҙола. Был мәкерле ви­рус бер яфалай башлаһа, ай һа­йын тәнгә сығыуы бар. Хроник рә­үештә герпестан ыҙа сигеүселәр дәфнә ярҙамында дауалана ала. Сөнки ул вирустарҙы юҡҡа сығара, иммунитетты күтәрә. Герпестан көн һайын уртаса дәфнә япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтеп эсергә кәрәк. Бер аҙна үткәс, төнәтмәне көн аша ҡабул итергә, өсөнсө аҙнала – ике көн аша. Ошонан һуң туҡтарға мөмкин. Ә дауам итеүселәр дүртенсе аҙнала – ике тапҡыр, һуңғыһында бер тапҡыр был төнәтмәне эсһен.

– Дәфнә ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү өсөн дә бик файҙалы. Ярты литр ҡайнар һыуға һигеҙ япраҡты һалып, термоста яҡынса алты сәғәт төнәтергә. Ярты сынаяҡтан саҡ ҡына кәмерәк төнәтмәне йылы килеш ашарҙан алда эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға