«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йүтәлдән ҡотол



30.11.2018 Йүтәлдән ҡотол

Йүтәлдән ҡотолДарыуханала ҡиммәтле дарыуҙарҙан сәстәрең үрә торор. Һеҙгә арзан һәм бик файҙалы рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн йүтәлдән таблеткалар («Таблетки от кашля») һәм нашатыр - әнис тамсылары һатып алығыҙ. Һауытҡа ике төймә таблетка,уның өҫтөнә бер балғалаҡ нашатыр - әнис тамсыһы һәм ике ҡалаҡ ҡайнар һыу һалығыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы болғатып, ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ. Көнөнә өс тапҡыр ҡабатлағыҙ.

Тағы бер ысул — кәбеҫтә япрағын 1 – 2 минут­ҡа ҡайнар һыуға һалығыҙ. Унан япраҡҡа бер аҙ бал һөртөп, күкрәгегеҙҙе ябығыҙ. Йүтәл көслө булһа, ике япраҡ кәрәк. Өҫтөгөҙгә һылашып торған футболка кейһәгеҙ, япраҡ ныҡ йәбешеп торасаҡ. Кәбеҫтәне төнгөлөккә ошо килеш ҡалдырығыҙ. Өс көндә йүтәл юҡҡа сығасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға