«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Халыҡ медицинаһы



16.11.2018 Халыҡ медицинаһы

Халыҡ медицинаһы
Мускулдар ауыртҡанда
Бер йомортҡа һарыһына бер балғалаҡ скипидар, бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ хәленә килгәнсе туҡырға. Килеп сыҡҡан майҙы төнгөлөккә ауыртҡан урынға һөртөргә.
Һабын һөртөлгән ике кәбеҫтә япрағына аш содаһы һибеп, ауыртҡан урынға ябып, яулыҡ менән бәйләп ҡуйырға.
Берәр ҡалаҡ алма һеркәһе менән балды ҡушып, бер стакан һыу ҡойорға һәм яҡшы итеп бутар­ға. Шуны көнөнә 2 – 3 тапҡыр эсергә. Бер үк ваҡытта тәнде алма һеркәһе менән ыуырға ла кәңәш ителә. Бер ай дауаланғандан һуң 10 көн ял итергә.
4 өлөш тоҙло сусҡа салоһы менән тоҙло сусҡа майына бер өлөш кипкән ҡырҡбыуын үләне ҡушып бутарға һәм ауыртҡан урынды ыуырға.
25 г барбарис ҡайырыһына бер стакан 70 процентлы спирт ҡойоп, 7 – 10 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр 30-ар тамсы эсергә. Бер ай дауаланыу курсынан һуң 10 көн ял итергә.

Һеңерҙәр тартылғанда
Эҫе һөт компрестары ябырға. Һыуынған һайын алмаштырып торорға.

Миозиттан (мускулдар шешеүенән)
Талдың бөрөһөнән, япрағынан һәм ҡайырыһынан төнәтмәләр ҡулланыла.
Бер ҡалаҡ тал бөрөһө менән япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 5 – 6 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
Киптерелгән тал ҡайырыһына һыу ҡойоп (1:20), һыуға ултыртып 30 минут ҡайнатырға һәм көнөнә 3 – 4 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
Бер үк күләмдә аҡ май һәм тал бөрөһөн ҡушып иҙеп, ыуыныу өсөн май ҙа әҙерләргә мөмкин.

Аяҡ-ҡулдарҙың хәрәкәтсәнлеген арттырыу өсөн
100 г сусҡа майы менән бер ҡалаҡ тоҙҙо ҡушып ыуырға һәм кизе-мамыҡ туҡыма менән урап ҡуйырға. Бер ай дауаланғандан һуң 10 көн ял итергә.

Тарамыштар һуҙылғанда
Бер-ике һуғанды ваҡ итеп турап, шәкәр ҡушып бутарға һәм шуны ҡалын ғына итеп сепрәккә һылап, ауыртҡан урынға ябырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға