12.11.2018 Нескә бит тиреһе өсөн битлек
Уны әҙерләү өсөн “геркулес”, үҫемлек майы, бал, әфлисун йә алма һуты, лимон, кефир, ромашка төнәтмәһе, минераль һыу кәрәк. Бер һауытта – бер балғалаҡ бал менән ике ҡалаҡ һутты, икенсеһендә “геркулес” менән майҙы ҡуйы ҡаймаҡ хәленә килгәнсе яҡшы итеп бутарға.
Тәүҙә бит тиреһен таҙартырға, шунан һолонан әҙерләнгән ҡатнашманы, 2 – 5 минут дауамында ыуалай-ыуалай, һеңдергәнсе һөртөргә. Һуңынан бал менән һуттан әҙерләнгән битлекте һөртөргә. Шулай уҡ уны яҡшы итеп һеңдерергә кәрәк. Өсөнсө ҡатлам итеп, бер нисә лимон һуты ҡушылған кефир һөртөлә. Битлек тулыһынса кипкәс кенә һалҡынса һыу менән йыуып төшөрөргә.