«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бер стакан эҫе һыуҙың файҙаһы



05.11.2018 Бер стакан эҫе һыуҙың файҙаһы

Бер стакан эҫе һыуҙың файҙаһы
Иртәнсәк ас ҡарынға эскән бер стакан йылы һыуҙың организм өсөн файҙаһы иҫ киткес ҙур. Ул ашҡаҙан-эсәк трактын таҙартып, “эшкә” әҙерләй. Төндә уның стенкаларына ашаған аҙыҡтың ҡалдыҡтары, шлактар һәм токсиндар ултыра. Эҫе һыу организмды уларҙан арындыра. Өҫтәүенә, ул эсте йомшартып, тәбиғи таҙарыныуға булышлыҡ итә.
Һыуҙың төп функцияларының тағы берәүһе – матдәләр алмашыныу процесын тиҙләтә. Әгәр ҙә был дәлилдәр һеҙҙе ышандырһа, иртәнсәк ашарҙан 20 – 30 минут алда әҙ-әҙләп кенә бер стакан йылы һыу (40 – 50 градуслы) эсергә ғәҙәтләнегеҙ. Уға бер балғалаҡ бал өҫтәргә мөмкин. Ә балдың шифаһы хаҡында һәр кемебеҙ бик яҡшы белә. Шул рәүешле беҙ ашҡаҙанды таҙартырға, организмды йәшәртергә һәм бер аҙ артыҡ сантиметрҙарҙан арынырға булышлыҡ итәбеҙ һәм көн дауамына етерлек көс-дәрт, энергия алабыҙ.
Бер стакан һыуға бал ғына түгел, бер киҫәк лимон да өҫтәп ебәрһәң, файҙаһы тағы ла күберәк:
– Организмды таҙарта;
– Аш эшкәртеүҙе көйләй;
– Бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта;
– Лимон һутында калий күп, ул депрессияларҙан, борсолоулы уйҙарҙан арынырға ярҙам итә;
– Лимон һуты ҡан баҫымын төшөрөргә булышлыҡ итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға