«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ни өсөн йүгерергә кәрәк?



10.11.2018 Ни өсөн йүгерергә кәрәк?

Ни өсөн йүгерергә кәрәк?
Боронғо гректар юҡҡа ғына: "Көслө булғың килһә – йүгер, матур булғың килһә – йүгер, аҡыллы булғың килһә – йүгер", тимәгән. Ысынлап та, йүгереүҙең организм өсөн файҙаһы ғәйәт ҙур.
1. Йүгереү йөрәк һәм ҡан тамырҙарының мөмкинлектәрен киңәйтә, йөрәк мускулына яҡшы күнекмә бирә. Һөҙөмтәлә йөрәк нығыраҡ һәм көслөрәк була.
2. Йөрәктең кислородты һыйҙыра алыу дәрәжәһе арта. Күнекмә алған йөрәк бер циклда күнекмә үтмәгәненә ҡарағанда күпкә күберәк ҡан ҡыуа. Ҡан ағышы күбәйә икән, кислород алмашыныуы ла арта. Бөтә туҡымаға һәм органға кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытылған ҡан күпләп килә башлай.
3. Нервы көсөргәнешенә ҡаршы бик яҡшы көрәшеү сараһы. Көн дауамында организм арый, хәлһеҙләнә. Бының сәбәбе ауыр эш кенә түгел, аҡыл көсөргәнеше лә хәлде ала. Унан арыныу өсөн иң яҡшыһы – йүгереү.
4. Оҙайлы күнекмәләрҙән һуң ҡанға үҙенсәлекле гормон – эндорфин бүленеп сыға. Уны "бәхет гормоны" тип тә йөрөтәләр. Ҡанда уның күләме артҡан һайын, кеше ниндәйҙер еңеллек, күтәренкелек кисерә. Депрессия юҡҡа сыға.
5. Аҡыл әүҙемлеге арта. Йүгергән ваҡытта йыш ҡына ниндәйҙер проблеманың сиселеү юлдары үҙенән-үҙе асыла. Әүҙем күнекмәләр ваҡытында ҡан кислород менән тулылана, матдәләр алмашыныуы яҡшыра, һөҙөмтәлә үҙәк нервы системаһы һәм мейе лә әүҙемерәк эшләй башлай.
6. Даими рәүештә йүгереү менән шөғөлләнеү ҡанда эритроциттар һәм гемоглобиндар күтәрелеү һөҙөмтәһендә иммунитеттың нығыныуына булышлыҡ итә. Йүгергән ваҡытта тотош организмға көс төшөү сәбәпле, ҡанда холестерин кәмей, асығыу тойғоһо ла юғала, эсәктәрҙең моторикаһы яҡшыра. Һөҙөмтәлә матдәләр алмашыныуы яҡшырып, кешенең кәүҙә ауырлығы ла нормалләшә.
7. Көндөң теләгән мәлендә йүгерергә мөмкин. Иртәнсәк, ҡанда гормондар күтәрелгән мәлдә, йүгереү уны таратып ебәреүҙең тәбиғи ысулы булып, организмға гармонияға килергә ярҙам итә. Эш көнөнән һуң йүгергәндә, арыуҙы баҫып, энергия туплап, артыҡ ашау теләгенән ҡотолоп, тәмле йоҡоға талырһығыҙ.
8. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, йүгергән ваҡытта бауыр туҡымаһының өлөшләтә яңырыуы күҙәтелә. Бөйөрҙәргә лә ыңғай тәьҫире бар: йүгергән ваҡытта улар­ҙағы көсөргәнеш кәмеп, яҡшыраҡ эшләй башлайҙар.
9. Даими рәүештә йүгереү менән шөғөлләнеүҙең терәк-хәрәкәтләнеү аппаратына ла ыңғай йоғонтоһо бар. Оло йәштәгеләр өсөн ул айырыуса файҙалы, сөнки быуындарҙағы, мускулдарҙағы кире яҡҡа үҙгәрештәргә тотҡарлыҡ яһай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға