«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ниндәй үлән шифалы?



14.11.2018 Ниндәй үлән шифалы?

Ниндәй үлән шифалы?
Базилик – бик яҡшы вирусҡа ҡаршы көрәшеү сараһы. Йүтәлде дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә, астманан файҙалы, иммун системаһын нығыта. Ул С витаминына, камфен, эвенгол һәм цинеол кеүек файҙалы матдәләргә бай. Базиликтың эфир майҙары ялҡынһыныуҙы бөтөрә һәм хатта ниндәйҙер кимәлдә антибиотикты алмаштыра, тип әйтергә мөмкин.
Күптән билдәле булыуынса, йәшел базилик ауыҙ ҡыуышлығын дезинфекциялау өсөн яҡшы: ундағы насар еҫте бөтөрә, бактерияларҙы үлтерә.
Ул шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә һәм ҡандағы бәүел кислотаһы кимәлен кәметеүгә ярҙам итә, бөйөрҙәрҙе таҙарта.

Петрушка
– А һәм С витаминдарының сығанағы, уның бер тәүлеккә етерлек дозаһын алыу өсөн 50 г ашау ҙа етә. Уны шулай уҡ ҡан баҫымын көйләү өсөн, бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ, ҡулланалар. Базилик кеүек үк петрушка ла ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә. Уның составындағы инулин полисахариды глюкозаның алмашыныуын көйләй һәм һөйәктәр менән тештәрҙең ныҡлығы өсөн бик тә кәрәкле булған марганецтың үҙләштерелеүен тиҙләтә. Йөклө ҡатындарға тәүге айҙарҙа петрушка ашау тыйыла, ауыры төшөүе ихтимал.

Укроп. Был үҫемлектең япрағы С, А, В2, В6, Р, РР витаминдарына, кальцийға, калийға, фосфорға, тимергә, магнийға бай. Иң мөһиме, был матдәләр тиҙ үҙләштерелә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Ул ашҡаҙан-эсәк трактын һәм бәүел ҡыуыу системаһын дезинфекциялай. Тын алыу системаһына, бауырға ыңғай йоғонто яһай, нервы системаһын тынысландыра. Йоҡоһоҙлоҡтан да файҙаһы бар, ҡан баҫымын төшөрә һәм шешенеүҙе бөтөрә.

Кинза – аш эшкәртеүҙе тиҙләтеүсе һәм ашауҙан һуң эс күбеүен бөтөрөүсе үҫемлек. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн дә бик файҙалы. Уның япрағында каротин, аскорбин кислотаһы, А, В1, В2, С, Р витаминдары күп. Кинзаны күп ашарға ярамай: ир-егеттәрҙең көс-ғәйрәтен кәметә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем циклын боҙа, шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал. Тәмләткесте шул килеш кенә ҡулланалар, бешереү, ҡыҙҙырыу тыйыла.

Урман йыуаһы (черемша)– элек-электән ашҡаҙанды таҙартыу өсөн ҡулланылған. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, холестериндың йыйылыуына юл ҡуймай, ҡан баҫымын төшөрә. Эсәк һәм инфекция ауырыуҙарынан файҙалы. Организмды витаминдар менән байытыуға булышлыҡ итә. Кемдәр ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән интегә, уларға был үҫемлекте ашау тыйыла.

Ҡуҙғалаҡ аш эшкәртеүҙе яҡшырта, бауырҙы таҙарта, яраларҙы бөтәштерә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Ат ҡуҙғалағының тамыры онтағы һәм төнәтмәһе – эс китеүҙән, эс сәнсеп ауыртыуҙан шифалы. Был үҫемлектең төнәтмәһе һалҡын тейеүҙән дауаланғанда яҡшы һөҙөмтә бирә.
Сельдерей А, К, Е һәм В төркөмө витаминдарына, никотин кислотаһына, аминокислоталарға, эфир майҙарына бай. Шуның менән был үҫемлек бик тә файҙалы. Ул организмдан токсиндарҙы сығара, бәүел ҡыуыу һәм эс йомшартыу үҙенсәлектәренә эйә. Калорияһы әҙ булыу сәбәпле, уны йыш ҡына ябығыусыларҙың диетаһына индерәләр.
Бөтнөк үләне (мята) мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Ты­нысландырыу, бәүел ҡыуҙырыу, ауыртыуҙы баҫыу, ҡан тамырҙарын киңәйтеү көсөнә эйә. Халыҡ медицинаһында уны йүтәлгә һәм үҙәк көйөүенә лә ҡаршы ҡулланалар. Ир-егеттәргә уны күп ҡулланырға ярамай, сөнки ирлек көсөн кәметә. Ауырлы ҡатындарға ла кәңәш ителмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға