«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡабаҡ балы



13.11.2018 Ҡабаҡ балы

Ҡабаҡ балы
Ҡабаҡ балы – бауыр өсөн иң яҡшы бәлзәм. Ул аш эшкәртеүҙе яҡшырта, бер аҙ ғына эсте лә йомшартып ебәрә. Уны бөйөр, бәүел ҡыуығы ауыртҡанда, шулай уҡ артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интегеүселәргә эсергә кәңәш итәләр. Ҡабаҡ балын әҙерләү өсөн өҫ яғын түңәрәкләп ҡырҡып алып, эсендәгеһен тотош ҡырып алырға. Аҙаҡ тултырғансы шәкәр һалып, ҡапҡасын ябырға ла, табаҡҡа ҡуйырға. Ул ҡабығы йомшар­ғансы тиклем шунда торорға тейеш. Әҙер булғас, эсендәгеһен ҡойоп алып, һыуытҡыста һаҡларға. Шул була инде ҡабаҡ балы. Уны ҡасан теләйһең, күпме теләйһең – шунса эсергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға