11.11.2018 Таҙа ҡан – сәләмәтлек нигеҙе
Минең бер һорауым бар ине: ҡанды ниндәй үлән менән таҙартырға була? Берәй рецепт бирмәҫһегеҙме икән?
Гөлдәр.
Эхинацея лимфа системаһын, ҡанды, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта. Бының өсөн бер ҡалаҡ кипкән үләнгә 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә термосҡа йәки йылы урынға ҡуйып төнәтергә. Иртәнсәк һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 100 – 150 мл эсергә. 10 көн эскәндән һуң, биш көн ял итеп алырға ла, тағы ун көн буйы көнөнә икешәр тапҡырҙан эсергә. Был дауаланыуҙың ике курсы. Кәрәк икән, тағы ла бер айҙан һуң 10-ар көнләп тағы өс тапҡыр ҡабатларға мөмкин.