«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Лавр япрағы ярҙам итә



07.11.2018 Лавр япрағы ярҙам итә

Лавр япрағы ярҙам итә
Атеросклероздан йә мускулдар ялҡынһыныу­ҙан аяҡ ауыртҡанда түбәндәге рецептың файҙаһы тейеүе мөмкин. Уның өсөн өс ҡап лавр япрағы кәрәк. Тәүге көндә берәүһен 10 литрлыҡ биҙрәгә һалып, ҡайнатығыҙ. Бер аҙ һыуынғас, 20 минут аяҡтарҙы тығып ултырығыҙ. Аҙағынан йөн ойоҡбаш кейергә онотмағыҙ. Һыуын түкмәгеҙ.
Иртәгәһенә шул уҡ биҙрәгә тағы бер ҡап лавр япрағын һалығыҙ. Һәм ҡайнатып сығарып, йәнә 20 минут аяҡтарығыҙҙы һыуға тығып ултырығыҙ. Өсөнсө көнөнә лә шул уҡ процедураны ҡабатлағыҙ. Был дауаланыу курсын ярты йыл һайын үткәрергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға