«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үҙәк көйөүен нисек бөтөрөргә?



06.11.2018 Үҙәк көйөүен нисек бөтөрөргә?

Үҙәк көйөүен нисек бөтөрөргә?
- Ярты стакан һөт эсергә. Берәй сәғәткә булһа ла үҙәк көйөүе баҫылыр. Хатта бер стакан һыу ғына ла эсергә мөмкин. Сөнки һыу аш юлынан әсе ашҡаҙан һутын йыуып төшөрөп, уны ашҡаҙанда тарҡата.

- Сей картуф һутының файҙаһы күберәк. Бының өсөн уны әрсеп, ҡырғыстан үткәрергә һәм марля аша һөҙөп алырға. Көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.

- Бөтнөк үләне сәйе үҙәк көйөүен ваҡытлыса ғына туҡтатып ҡалмай, был бәләнән бөтөнләй арынырға ярҙам итеүе ихтимал. Бөтнөк үләне сәйенә ҡарағат, балан япрағы ла ҡушырға була. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә.

- Бер ҡалаҡ “Геркулес” ярмаһын 1 – 2 минут ҡоро килеш сәйнәгәндә, үҙәк көйөүен бер аҙ баҫырға мөмкин.

- 20-шәр грамм һары мәтрүшкә, меңъяпраҡ, кипкәр үләнен бергә ҡушып бутарға. 3 ҡалаҡ ҡатнашмаға 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә. Көнөнә 4 – 5 тапҡыр яртышар стакан эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға