«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һоло кеҫәле сәләмәтлекте нығыта



03.11.2018 Һоло кеҫәле сәләмәтлекте нығыта

Һоло кеҫәле сәләмәтлекте нығыта
Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бауыр һәм бөйөр өсөн файҙалы. Үт һәм бәүел ҡыуығындағы таштарҙы бөтөрөүе ихтимал, ҡандағы холестеринды кәметә. Һоло энергия бирә, депрессиянан ярҙам итә. Был мөғжизәле эсемлекте әҙерләү өсөн 1 стакан һоло ярмаһына 5 стакан һыу ҡушып, талғын утта шыйыҡ кеҫәл хәленә килгәнсе ҡайнатырға кәрәк. Һуңынан тәүге күләмгә еткәнгә тиклем һыу өҫтәргә һәм ҡайнатып сығарырға. Һыуынғас, 4 ҡалаҡ бал ҡушырға. Көн дауамында күпме теләйһегеҙ, шул тиклем эсергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға