«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Мәшкәк, бесәй тармаһы (будра плющевидная)



01.11.2018 Мәшкәк, бесәй тармаһы (будра плющевидная)

Мәшкәк, бесәй  тармаһы  (будра плющевидная)
Ҡанды таҙартыусы иң көслө үләндәр­ҙең береһе, организмда матдәләр алмашыныуын көйләй. Бесәй тармаһы төнәтмәһе бауыр яман шешенән, бауыр­ҙың һәм үт ҡыуығының башҡа ауырыуҙарынан, подагранан бик тә файҙалы. Был шифалы үләнде компресс итеп тире ауырыуҙарынан һәм яраны бөтәштереү сараһы булараҡ та ҡулланалар. Бесәй тармаһы менән боғаҡты дауалайҙар, күреү һәм ишетеү һәләтен яҡшыртыу өсөн дә файҙаланалар. Түбәндә унан дарыу әҙерләүҙең өс төрлө ысулы бирелә.
1. Бер ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарҙан алда 1/4 стакан эсергә.
2. 1:10 иҫәбендә араҡы ҡушып әҙерләнә. 10 – 12 көн ҡараңғы урынға ҡуйып, төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән һелкеп, болғатып торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 15 – 20 тамсы эсергә.
3. Бер ҡалаҡ үләнгә бер стакан һыу ҡойоп, 20 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға. Уны компресс итеп ҡулланырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға