23.10.2018 Гөлйемеш сиробы
Стерилләнгән 3 литрлыҡ банкаға гөлйемеш сәскәһен тултырығыҙ. Ҡайнатып һыуытылған 2 л һыуға бер килограмм шәкәр ҡушып, шуны өҫтөнә ҡойоғоҙ. Өҫтөн марля менән ҡаплап, ҡояш төшмәгән тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ. Көн һайын болғатып торорға онотмағыҙ. 10 көндән һуң һөҙөп алып, 3 – 5 лимон һуты өҫтәгеҙ. 3 сәғәт торһон. Һуңынан бормалы ҡапҡаслы шешәләргә тултырып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Был сироп аҙ ҡанлылыҡтан интегеүселәр өсөн бик файҙалы. Ә кемдең гемоглобины түбән, уны даими эскәндә, нормаға киләсәк.