28.10.2018 Ылыҫ менән дауаланыу
Шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай, артыш кеүек ылыҫлы үҫемлектәр ҙә шифалы көскә эйә. Түбәндә уларҙан халыҡта киң ҡулланылған бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
1. Организмды таҙартыу, С витамины менән байытыу өсөн ылыҫ төнәтмәһе әҙерләнә. 40 – 50 г ылыҫ энәһен ваҡ итеп турап, бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут төнәтергә. Һуңынан 0,5 л ҡайнаған һалҡын һыу өҫтәп, 5 – 6 сәғәт һыуыҡта тоторға. Эсер алдынан тоноғон төбөндә ҡалдырып, ипләп кенә һарҡытып алырға. Әҙер төнәтмәгә лимон кислотаһы ҡушҡанда (1 л һыуға бер балғалаҡ), тәмлерәк тә буласаҡ, С витамины ла яҡшыраҡ һаҡланасаҡ. Шулай уҡ әҙерәк шәкәр ҙә һалырға мөмкин. Көнөнә 0,5 стакандан 4 – 5 тапҡыр эсергә.
2. Һуған ҡабығы, гөлйемеш емеше һәм татлы тамыр (солодка) ҡушып әҙерләнгән төнәтмә иммунитетты нығыта, организмдан шлактарҙы сығара, күп кенә ауырыуҙан һаҡлай. Эмаль кәстрүлгә бер ус ылыҫ энәһе, бер ҡалаҡ һуған ҡабығы, бер балғалаҡ татлы тамыр онтағы һалып, 2 л һыу ҡойорға һәм талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан 2 ҡалаҡ иҙелгән гөлйемеш ҡушып, тағы ла ярты минут ҡайнатырға. Кәстрүлде одеялға урап, 10 – 12 сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, утҡа ҡуйып ҡайнап сығырлыҡ хәлгә еткерергә һәм һыуытҡыста һаҡларға. Шифалы эсемлекте тәүлегенә бер-ике литр эсергә.
3. Ылыҫлы ванналар менән түллек биҙҙәре ялҡынһыныуын да дауалап була. Бының өсөн ылыҫлы ағастарҙың энәләрен генә түгел, ботаҡтарын һәм тубырсыҡтарын да ҡушып, ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 30 минут ҡайнатаһың. 12 сәғәт төнәтеп, ваннаға ҡояһың һәм инеп ултыраһың. Әммә 40 минуттан ашыу ултырырға ярамай. Бер тапҡыр ванна төшөү өсөн 1,5 кг ылыҫ етә. Ә бөтәһе ун тапҡыр инергә мөмкин. Бындай ванна йөрәк һәм нервы системаһы өсөн дә бик файҙалы.