«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар



15.11.2018 Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар

Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
Үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә әҙер һуттарҙы яратып эсә. Әммә еләк-емеш мул саҡта уларҙы үҙең әҙерләп, шунда уҡ ҡулланыу организм өсөн күберәк файҙа килтерә. Йәшелсә һәм емеш һуттарының күбеһе шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Дауаланыу өсөн һуттар­ҙың яңы яһалғаны ғына файҙаланыла. Эсемлекте көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашар алдынан эсергә кәрәк. Артыҡ баллы һәм әсе һуттар­ға һыу ҡушыла.

- Петрушка һуты күреү һәләтен яҡшырта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуҙырта.
- Ҡыяр, ҡарбуздыҡы организмдағы ҡом-ташты йыуҙырта.
- Кишер һуты организмды лайланан таҙарта.
- Сөгөлдөр һуты ҡан составын яҡшырта.
- Сөгөлдөр менән кишер һуты ҡатнашмаһы организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, күреү һәләтен яҡшырта, бауырҙы таҙарта.
- Йәшел борос һуты составында кремний бар. Ул йыуан эсәк шешкәндә, эсәктәр йәбешкәндә (спазм) файҙалы. Тәнендә төрлө пигмент таптары булғандарға ла был һутты эсеү килешә.
- Ҡуҙғалаҡтыҡында магний, фосфор, көкөрт, кремний күп. Шуға ла тотош организмға ыңғай йоғонто яһай.
- Лимон һуты бауырҙы таҙарта, организмдан за­рарлы тоҙҙарҙы сығара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға