06.10.2018 Атеросклерозды нисек дауаларға?
Һуңғы йылдарҙа аяҡ-ҡулдарым тынғыһыҙлап, табиптарға күренгәс, “облитерациялаусы атеросклероз” тигән диагноз ҡуйҙылар. Был сирҙе нисек дауалап була, нимәләр килешә? Ошо һорауға яуап бирмәҫһегеҙме икән?
Хәтирә апайығыҙ.
Бөрйән районы.
Был сир атеросклероз төйөрсәләре барлыҡҡа килеүҙән ҡан тамырҙарының тарайыуынан була. Шунлыҡтан холестеринығыҙ юғары икән, мотлаҡ диетаға күсергә кәрәк. Йәғни майһыҙ ит, балыҡ, майһыҙ ғына бешерелгән йәшелсә ашарға ярай. Йәшелсәләрҙең картуфтан башҡа бөтәһен дә ашарға мөмкин. Колбаса, сыр, шоколад кеүек аҙыҡтарҙан баш тартығыҙ. Һөттөң ҡуйылығы 1,5 процент ҡына булырға тейеш. Көнөнә 2 йомортҡа һарыһы ашарға ярай.
Юғары ҡан баҫымын да һәр саҡ көйләп тороу зарур. Сөнки ҡан баҫымы күтәрелгәндә, тамырҙарға көсөргәнеш арта. Был уғата хәүефле, сөнки уларҙың күтәрә алмауы ихтимал.
Тарайған ҡан тамырҙары аша шыйыҡ ҡанға үтеүе еңелерәк, шунлыҡтан ҡанды шыйығайтыу өсөн көн дә киске аштан һуң 1/4 аспирин эсергә кәңәш ителә. Әммә кемдә ашҡаҙан сей яраһы бар, уларға аспирин ярамай. Эҫелә, айырыуса физик эш эшләгәндә организм 3 – 5 л һыуҙы юғалта. Һөҙөмтәлә ҡан да ҡуйыра. Шуға күрә эҫелә һыуҙы күберәк эсеү талап ителә. Дарыуҙарға килгәндә, уларҙы табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланырға кәрәк.