«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейешле аҙыҡтар



15.09.2018 Туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейешле аҙыҡтар

Туҡланыу рационында  мотлаҡ  булырға тейешле аҙыҡтар
1. Бал. Иммунитетты нығыта һәм иң яҡшы энергия сығанағы булып тора. Бал булһа, шәкәр ҙә кәрәкмәй.
2. Банан. Калий күп булыу сәбәпле, мускулдарҙың көсөн һаҡлай. Бынан тыш, банан йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә һәм инсульт кисереү хәүефен кәметә.
3. Геркулес. Ҡан тамырҙарын таҙарта һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыу­ҙарын дауалай.
4. Шпинат. А, С и К витаминдарына, антиоксиданттарға һәм тимергә бай булыуы менән мускулдар өсөн яҡшы.
5. Зәйтүн майы. Унда А һәм К витаминдарының үҙләштерелеүенә ярҙам итеүсе Е витамины күп. Был май шулай уҡ организмдың йәшәреүенә һәм холестеринды кәметеүгә булышлыҡ итә.
6. Алма. Был емештә С витамины әфлисунға ҡарағанда ла күберәк. Бынан тыш, яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай һәм үпкә, йөрәк, аш эшкәртеү органдарының эшмәкәрлеген яҡшырта.
7. Йогурт. Иммунитетты күтәреүсе һәм аш эшкәртеүҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе кальций һәм пробиотиктарға бай. Өҫтәүенә, ҡыҙыу эш көнөндә ҡапҡылап алыу өсөн дә уңайлы.
8. Лосось. Уның составында ҡандағы холестериндың кимәлен кәметергә ярҙам итеүсе һәм яман шештән һаҡлаусы омега – 3 майы күп. Бынан тыш, ул сәстең торошон яҡшырта һәм депрессияны еңергә булышлыҡ итә.
9. Кишер. Ул күреү һәләтен яҡшыртыусы һәм онкология сирҙәренән һаҡлаусы бета-каротинға бай. Кишер яҡшы үҙләштерелһен өсөн, ҡаймаҡ йә көнбағыш майы ҡушып ашарға кәңәш ителә.
10. Ҡара көртмәле. Был еләк организмдағы ҡартайыу процесын тотҡарлай һәм күҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай. Бына тыш, ул хәтерҙе яҡшырта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға