10.09.2018 Көс өҫтәүсе эсемлектәр
Кәстрүлгә өс өрөк, биш ҡара емеш, өс инжир, бер ҡалаҡ йөҙөм, ике алма, ике лимон киҫәге һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойорға һәм 5 – 10 минут ҡайнатырға. Иртәнге аш урынына эсергә мөмкин.
- Бер үк күләмдә бойҙай, һоло, арпа ярмаһы алып, он хәленә килгәнсе иҙергә һәм бер ҡалаҡ онға бер стакан һыу иҫәбенән йылы (ҡайнап һыуына башлаған) һыу ҡойорға. Ике сәғәт төнәткәндән һуң, һөҙөп алып, бал ҡушып эсергә. Аҙ ҡанлылыҡтан һәм хәлһеҙлектән ярҙам итә.
- Бер лимонды ҡайнар һыуға һалып, бер-ике минут тоторға һәм ҡабығы менән бергә ит турағыс аша үткәрергә. Бер аҙ аҡ май, бер-ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатырға һәм сәйгә ҡушып эсергә.
- 150 г ҡырғыстан үткәрелгән алмаға ярты әфлисун һуты ҡушып бутарға һәм ун таҙартылған сәтләүек ҡушырға. Был бер кешегә бер көн ашарға етә. Баш мейеһен туҡландырыу өсөн файҙаһы ҙур.
- Бер стакан һолоға биш стакан һыу ҡойоп, ҡуйырғансы ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, шул уҡ күләмдә ҡайнаған һөт өҫтәргә һәм һыуытырға. Килеп сыҡҡан массаға 4 – 5 ҡалаҡ бал ҡушып, көнөнә яртышар стакан эсергә.