«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡайғыны дөрөҫ күтәрә белегеҙ



05.09.2018 Ҡайғыны дөрөҫ күтәрә белегеҙ

Ҡайғыны дөрөҫ күтәрә белегеҙ
“Таң менән тороп, улымдың йоҡлаған урынына киләм. Юрғанын, яҫтығын һыйпайым – тән йылыһын тойғандай булам. Үҙен тупылдатып тороп һөйгөм килә... Өҫтәл артына ултырғанда ла уның һауыт-һабаһын ҡуям, ҡапыл ғына, сәстәрен елберләтеп, маңлайындағы бөрсөк кенә тирен ялтыратып, йылмайып килеп инер ҙә: “Әсәәәәәәәй, нимә бар ашарға, асыҡтым”, – тиер төҫлө... Уйҙарға уйылып китеп, әҙерләгән ризығымды ла ҡаба алмай, өҫтәл артынан тороп киткән мәлдәрем сикһеҙ күп... Нимәне генә тотһам да, ҡайҙа ғына ҡараһам да – УЛЫМ күренә: тәүге йылмайыуы, көлөүе, ҡолауы, илауы, йылы ҡосағы... Баламды әрләгән саҡтарым иҫкә төшһә, йәнем нисек үртәлгәнен һеҙ белмәйһегеҙ... Бер йылдан ашыу ваҡыт үтте бер бөртөк кенә улымдың был донъянан китеүенә... Мәктәпкә лә барып өлгөрмәне – алған кейемдәре шкафында шул килеш тора. Үҙәгем өҙөлөп, балаҡайымды һағын­ған мәлемдә һеҙгә яҙып ултырам, шул тиклем әсе икән ул бала ҡайғыһы! Күңелемде бер нәмә тынысландыра – ул да булһа доғалар. Ныҡ ғазаплана башлаһам, доғалар уҡыйым, яттан белгәнен ятлайым, белмәгәнен – китаптан уҡыйым. Тыныслыҡты шунда ғына табам. Тәүге осор­ҙағы йән әсенеүе баҫыла төштө. Тик... бер генә секундҡа, бер генә мәлгә генә балаҡайымдың йылы, йомшаҡ сикәләрен һыйпап, үпкем килгән мәлдәремдәге өҙгөләнеүҙәрем.... Йә Хоҙай... Кемдәр күрмәгән – күрһәтмәһен, Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын һеҙҙе бындай ҙа ауыр ғазаптарҙан. Ҡайғыларҙы һәр кем үҙенсә кисерә, үткәрә, аңлайым мин. Тик, йөрәгем берәй ҡасан тынғы табырмы? Әлфинур”.

Тормошта шулай мәлдәр була: ни әйтергә белмәй, юғалып ҡалаһың... Йыуатыу өсөн һүҙҙәр әйтер инең – был ҡатындың куңел кисерештәрен еңеләйтмәҫ төҫлө, ә киреһенсә... Бөгөн мин тап ошондай хәлдә тоямын үҙемде... Әлбиттә, психологияла ҡайғыны кире ҡағыу (отвергание) – ышаныу – ҡабул итеү стадиялары тәфсирләп бәйән ителгән. Һәм тормошта, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡайғы күтәргән һәр бер кеше ошо стадиялар аша үтә. Йәғни ҡайғы тураһында хәбәр ишетеү менән, иң тәүҙә кеше: “Юҡ! Булмаҫтыр, булмай былай!” – тигән эмоцияларға бирелә, ишеткән хәбәренә ышанғыһы килмәй, информацияны “этәрә”. Тап ошондай кризис мәлендә кеше бик көслө күңел кисерештәренә дусар була. Ғөмүмән, организм да, үҙәк нервы системаһының да ныҡ ҡаҡшауы мөмкин. Ышаныу информацияны ҡабул итеүгә килтерә, йәғни кеше был хәлдең ысын булыуын үҙ күҙҙәре менән күрә, инана. Был ваҡытты ла төрлө кеше төрлөсә үткәрә: ҡайһы берәүҙәр апатияға бирелһә, башҡалары инде истерикаға бирелеп, йыш аң юғалтыуҙарға дусар була. Артабан, ваҡыт үтеү менән кеше тарафынан был хәл ҡабул ителә: юҡһыныу, илау, хушлашыу, үткәндәрҙе барлау башлана. Төрлө кешенең индивидуаль булыуын иҫәпкә алып, ҡайғыны ишетеү һәм ҡабул итеү араһы төрлөсә була. Кемдер ике йылда тулыһынса үҙен үҙе аяҡҡа баҫтыра, кемгәлер унан да күберәк ваҡыт кәрәк. Зинһар, шуға иғтибар итегеҙ: кемдеңдер ҡайғыһын башҡа берәү, ни тиклем яҡын кеше булһа ла, күтәрешә алмай. Һис шикһеҙ, яҡын­дарҙан түҙемлелек, иғтибар, ярҙам кәрәк бындай ваҡытта, тик ҡабаландырмау һорала.
Әлфинур, һеҙҙең ауыр юғалтыуығыҙҙы уртаҡлашам. Күңелегеҙҙе йыуатыр шөғөлөгөҙ доғалар икән, артабан да шулай дауам итегеҙ. Әле бик аҙ ваҡыт үткән, әммә берәй ваҡыт күңелегеҙҙәге ҡанһырап торған яра бөтәшеүгә табан тартыласаҡ. Сабырлыҡ теләйем һеҙгә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға