«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Упҡынға тәгәрәүҙән ҡотолоу юлы – үҙегеҙҙә генә



01.08.2018 Упҡынға тәгәрәүҙән ҡотолоу юлы – үҙегеҙҙә генә

Упҡынға тәгәрәүҙән ҡотолоу юлы – үҙегеҙҙә генә
34 йәшемдә ике бала менән тол ҡалдым. Береһен баҡсаға йөрөттөм, икенсеһен – мәктәпкә... Үҙем уҡыным да, эшләнем дә. Арып-талып, йоҡлай алмай, хатта илай ҙа алмай ятҡан төндәремде үҙем генә беләм. Бер нисә йылдан эшемдә үрләттеләр, шул уҡ йылда бөгөнгө эшемә алдылар. Эшем ныҡ яҡшы, абруйлы, аҡсалы. Балаларым үҙ аллы тормошта. Бөтә нәмәм бар. Һәм күп кенә матди яҡты (өй, дача, баҡса, машина, ике юғары белем, балаларға фатирҙар) үҙем таптым. Әйтергә кәрәк, миңә әле 54 йәш. Иремдән һуң берәү менән дә йәшәп (сожитель булып) ҡараманым, кейәүгә бер-ике мәртәбә саҡырҙылар, оҡшаманылар. Ни булһа ла, хатта оҙайлы итеп осрашып йөрөгән дә кешем юҡ. Балаларым, туғандарымдың ығы-зығыһы менән йәшәп тик ятам. Сөнки улар ғына белә: мин – эскесе. Ирем үлгәс, башланды аҫтыртын тормош: көндөҙ – эштә, балалар; төндә – шешәләр. Тәүҙә, һаулығым һәйбәт булғас, иҫем дә китмәне, йәнәһе лә, өс шешә һыра менән йөрәгемде дауалайым, арыуҙы баҫам. Бер нисә йылдан һуң балаларым да, туғандарым да күрҙе, белде. Мин инде был ваҡытта араҡыны иртәнсәк эшкә эсеп китер инем, сөнки “бахмур” синдромын башҡа төрлө дауалай ҙа белмәйем. Шулай итеп, һеңлем килеп, бер аҙна эргәмдә йәшәне лә, шапылдатып мине дауаханаға бикләп ҡуйҙы. Һеңлемдән башҡа яныма бер кем дә килмәне, үҙемдең дә берәүҙе лә күргем килмәй ине. Бер айҙан һуң башым тубалдай булып сыҡтым. Былай йәшәп булмағанын аңлап, алйып, ни эшләргә белмәй ҡыялдым. Кемгә һөйләйһең был турала? Эшемдә ҡәҙимге йөрөйөм, ҡайт­ҡас, ҡыйын булыр ине. Ҡалабыҙ ҙур, кеше бер-береһен артыҡ белмәй, ниндәй генә урын биләһәң дә. Аноним алкоголиктар­ҙы табып, шулар менән аралаша башланым. Шулар ярҙамы һәм шулар арҡаһында ғына 10 йыл ауыҙыма тамсы ла ҡапманым. Ҡапмаһам да, үҙемдең ниндәй ауырыу – алкаш икәнемде бер ҡасан да онотманым. Үҙемде эшкә ектем, килеп сыҡмаһа, әрләнем! Сөнки минең кеүек алкаштар егелеп эшләргә тейеш! “Аноним”дарға ла 5 – 6 йыл барғаным юҡ. Тормошта ла ир тигән терәк табылманы. Ирҙәр минең ҡатылығымды күтәрә алмай, ахыры.
Яҙыуымдың сәбәбе: мин кисә тағы араҡы упҡынына төштөм. Бер таныш ҡатын менән ләх булғансы эстек. Иртәгәһен уянһам... Бөтә үткәндәрем баштан үтте. Күрә алмайым үҙемде. Юҡ, иртәгәһенә, баш төҙәтәм тип, эсмәнем. Бергә эскән шешәләшем саҡырһа ла, барманым. Эшемдән бер аҙнаға ял алдым да... ултырам шаҡ ҡатып. Нисәмә йыл үтһә лә, араҡыға тотороҡлоғом юҡ! Юҡ һәм булмаҫ та ул. Үҙемде эттән алып эткә һалып һүкһәм дә – еңел түгел. Ярай ҙа балаларым да, туғандарым да һиҙмәне. Әлегә. Ҡурҡып ултырам, хәҙер берәү эсергә саҡырһа, ни ҡылырмын? Ояты ни тора, нисә йыл эсмәгәндән һуң... Ни булды миңә? Нисек үҙемә булған күрә алмаусылыҡты бөтөрөргә? Минең эскем килмәй, ышанаһығыҙмы, юҡмы? Кем ярҙам итер?
Нәфисә.
Хәйерле көн, Нәфисә ханым. Һеҙҙең хатығыҙ мине битараф ҡалдырманы, шуға ҡапыл ғына яуап яҙа алманым. Нисәмә йыл тормош, йәшәйеш тәжрибәһе булған ҡатын үҙен үҙе әрләмәһен ине – шул иң беренсе теләгем. Үҙеңде яратырға, ҡәҙерләргә кәрәк, эшләнгән эш, яуланған үрҙәр, хатта һауыт-һаба йыуған өсөн дә маҡтап ҡуйыу мөһим. Психолог булараҡ, үткәндәрегеҙгә әйләнеп ҡарап, бөгөнгөһө менән сағыштырырға тәҡдим итәм. Айырма бармы? Шикһеҙ. Ул айырма кемдең хеҙмәте менән яуланған? Эйе, бөтәһе лә – һеҙҙең эшегеҙҙең емеше, шулай бит? Һеҙҙе, киреһенсә, бына хәҙер үк: “Ий уңған да инде был ханым!” – тип маҡтағым килә. Һаман да яңғыҙ булыуығыҙҙа ла үҙегеҙҙе әрләйһегеҙме? Бындай ваҡытта психологтар, һеҙҙең күңел түре буш түгел, тип иҫкәртә. Тимәк, кемгәлер мөхәббәт хистәре һүнмәгән-һүрелмәгән. Ысынмы? Ә инде тап ошо юҫыҡта халыҡ мәҡәлен иҫегеҙгә төшөргөм килә: “Насиптан булмай ҡасып!”. Иң беренсе, үҙегеҙҙе хаталарығыҙ өсөн кисереп, яратырға өйрәнегеҙ, шунан һуң ғына килеп сығасаҡ шәхсән ҺЕҘҘЕҢ кешегеҙ.
Һеҙ эскелек һаҙынан сығыу юлын беләһегеҙ: 10 йыл элек үткәнһегеҙ бит, шуны тағы ла бер тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Дауаханаға барыу, бәлки, кәрәк тә түгелдер, әммә “анонимдар”ға мөрәжәғәт итеүегеҙҙең ярҙамы тейер, тип уйлайым. Һәм тағы ла, Нәфисә ханым, был сирҙе бер генә ысул менән туҡтатып була: эсмәү генә кәрәк. Бер ҡайҙа ла, ниндәй генә сәбәп булһа ла, ни генә тиһәләр ҙә: “Юҡ, мин эсмәйем дә, тотмайым да”, – һеҙҙең яуап ошо рәүешле булырға тейеш. Үҙегеҙҙе “эскесе” тип таныу – һеҙҙең айныҡ киләсәккә башланғыс. Тормошта бит төрлө кеше төрлөсә абына, ҡолап, “тубығын йырта”, аҡыл туплай, шулай бит? Ә инде һеҙҙең был “тырмағыҙ” еңелдән түгел – спиртлы эсемлектәрҙән ҡотолоу бик көслө рухлыларға ғына насиптыр ул. Әммә, Нәфисә ханым, шәхсән һеҙ быны булдыра алаһығыҙ! Онотмағыҙ: алкоголик эсмәһә лә, ғүмере буйына айныҡ алкоголик булып ҡала. Ә бит һеҙ 10 йыл айныҡ йәшәгәнһегеҙ, артабан 100 йыл да эсмәй алаһығыҙ. Ышанығыҙ үҙегеҙгә. Тырышығыҙ. Юлын беләһегеҙ. Ныҡ әрләп-ҡарғап, ҡаты бәрелмәгеҙ үҙегеҙгә – кеше йәне, тәне (энергетикаһы) өсөн яман һүҙҙәрҙең зыяны күп була.
Ә мин һеҙгә ышанам.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға