«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бәпкә үләне (ҡош ҡымыҙлығы)



25.07.2018 Бәпкә үләне (ҡош ҡымыҙлығы)

Бәпкә үләне  (ҡош ҡымыҙлығы)
Июлдә бик күп дарыу үләнен йыйып киптерәләр. Һәм шуларҙың береһе – бәпкә үләне йәки ҡош ҡымыҙлығы (спорыш, горец птичий). Ул ашҡаҙан-эсәк, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарын, туберкулезды дауалағанда ҡулланыла. Шеште ҡайтарырға ла, бөйөрҙән, үт ҡыуығынан ҡомдо сығарырға ла булышлыҡ итә. Бынан тыш, ауыр металдарҙың тоҙонан арындыра, артрит, артрозды, геморрой­ҙы, яраларҙы, тамаҡ ауыртыуҙы дауалай, ҡан тамырҙарын нығыта, ҡан баҫымын рәтләй, ҡан әйләнешен яҡшырта. Гинекологик сирҙәрҙе дауалағанда ла ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө.

Нисек ҡулланырға?
Үләндең үҙен генә төнәтеп йәки ҡайнатып та эсергә була, башҡа үләндәр менән бергә ҡушып та ҡулланалар. Үлән төнәтмәһен көнөндә үк эсергә кәңәш ителә, сөнки икенсе көнөнә файҙалы үҙенсәлектәре кәмей.

Төнәтмә, һут...

Бер стакан ҡайнаған һыуға бер ҡалаҡ киптерелгән үлән һалып болғап, 30 – 40 минут төнәтергә лә, дүрттән бер өлөшөн ашауға тиклем 20 минут алдан эсергә (көнөнә өс тапҡыр ҡулланырға, йәғни бер стакан төнәтмә бер көнгә етә).
Ҡайнатып эсер өсөн бер стакан ҡайнаған һыуға ике ҡалаҡ киптерелгән үлән һалып, 3 – 5 минут талғын утта ҡайнатыр­ға, һыуытып һөҙөргә, шунан стаканды тултырғансы ҡайнаған һыу өҫтәргә. Ашар алдынан бер-ике ҡалаҡ эсергә.
Һутын әҙерләр өсөн үләнде сәскә атҡан ваҡытында йыялар. Гипертония, эсәк ауырыуҙары, бөйөр ауыртҡанда, тән тартышҡанда көнөнә ике-өс тапҡыр ашар алдынан 1 – 2 ҡалаҡ эсәләр. Яраға ла шул һутты һөртөргә була. Шулай уҡ үләнде йыуып, киптереп, ыуырға ла, яраға һалып бәйләргә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға