«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сабыйҙарға ғына түгел, ололарға ла тубыҡланып йөрөү кәрәк



17.07.2018 Сабыйҙарға ғына түгел, ололарға ла тубыҡланып йөрөү кәрәк

Сабыйҙарға ғына түгел,  ололарға ла  тубыҡланып  йөрөү кәрәк
Тубыҡланып йөрөүҙең бер кемгә лә зыяны юҡ, шунлыҡтан уны һәр кемгә тәҡдим итәләр. Хатта тубыҡ быуындары ауыртҡан кешеләр ҙә был ҡытай техникаһын ҡулланып ҡарай ала. Баҡтиһәң, тубыҡтар арҡа, аяҡ, умыртҡа бағанаһы мускулдарының үҙгәреүенән, зәғифләнеүенән ауырта икән. Икенсе төрлө әйткәндә, ауыртыу аҙ хәрәкәтләнеүҙән барлыҡҡа килә.
Тубыҡланып йөрөүҙе ҡытай медицинаһы бик күп ауырыуҙан дауалау ысулы тип иҫәпләй. Ысынлап та, был ысулдың башҡа физик күнекмәләргә ҡарағанда өҫтөнлөгө күп. Уның бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Сөнки тубыҡта эске органдарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе нөктәләр урынлашҡан.
Күнекмәгә көнөнә 15 – 20 минут ваҡыт бүлеү ҙә етә. Иҙәнгә йомшаҡ юрған түшәйһең дә, тубыҡтарға ғына таянып, ашыҡмай ғына йөрөй­һөң. Тубыҡҡа көс төшкәндә ауыртыу барлыҡҡа килә икән, иң беренсе карауатта йөрөргә мөмкин. Һуңынан аяҡтарҙың мускулдары нығынғас, иҙәнгә лә төшөргә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға