14.07.2018 Мәңге йәш булыу сере
Желатин тирелә матдәләр һәм кислоталар алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай. Ул бәләкәй йыйырсыҡтарҙы бөтөрөргә булышлыҡ итә, тирене йомшарта, ағарта, ҡан әйләнешен яҡшырта. Шуға күрә лә уны матурлыҡ салондарында тирене шымартыу, икенсе эйәкте тарттырыу өсөн ҡулланалар.
Йыйырсыҡтарға ҡаршы
желатинлы крем
Уны әҙерләү өсөн бер балғалаҡ желатин, 100 мл һыу, өс ҡалаҡ бал, 0,5 стакан глицерин һәм 1 г салицил кислотаһы алына. Барыһын бергә ҡушып, эҫе һыуға банка менән ултыртырға һәм масса бер төҫкә ингәнсе бутарға. Әҙерәк тотҡас, һыуҙан алырға һәм һыуынғансы ныҡ ҡына итеп туҡырға. Желеға оҡшаш крем килеп сығырға тейеш. Әҙер кремды көн һайын йоҡларҙан 2 сәғәт алда биткә 20 минутҡа һөртөп ҡалдырырға. Тирегә һеңмәй ҡалғанын еүеш туҡыма менән һөртөп алырға.
Был крем бер ай ҡулланырға етә, уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Биткә һөртөр өсөн кәрәген генә алып, бер аҙ йылынғанын көтөргә.