«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һәр кешенең бәхеткә хоҡуғы бар



12.07.2018 Һәр кешенең бәхеткә хоҡуғы бар

Һәр кешенең бәхеткә хоҡуғы бар
Икенсе тапҡыр кейәүҙәмен. Тәүге ирем ныҡ эскәс, айырылып, улымды бер үҙем генә үҫтерҙем. Уртаҡ таныштар әлеге ирем менән таныштырғанда, ул ҡатынын ерләгәненә ҡырҡ көн дә үтмәгәйне. Танышыу барышында арыуыҡ ҡына эстек, миңә был ир оҡшаны. Әйтергә кәрәк, миңә ҡырҡ йәш ине уның менән танышҡанда. Төҫ-башым да иҫ китерлек түгел, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек матур түгелмен, фигурам булыу менәнме – тәнемде таптар баҫҡан (витилиго), шуға күрә ғүмер буйы ирҙәр менән аралашырға оялып йөрөнөм. Әллә инде ун йылдан ашыу яңғыҙ булғанғамы, ни булһа ла, айнығып та етмәгән иргә эйәреп, йәшәп алып киттек. Тиҙ генә ауырға ҡалыуым да сәбәп булғандыр. Хәҙер әйтә алмайым. Иремдең алкоголик икәнен күрҙем: аҡсаһы етмәһә, өйөнән әллә нәмәләрен алып сығып китеп, һатып эсер ине. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы, эскелек туҡтаманы. Киреһенсә, оторо шашты – бөтә нәмәлә мин ғәйеплемен, үҙең йәбешеп сыҡтың, минән башҡа һин кемгә кәрәкһең, тигәнерәк һүҙҙәрҙе хәҙер көн дә ишетәм. Бала ҙурайҙы, хәҙер инде алтыһы тула, шул бала алдында миңә ҡул күтәрергә лә оялмай. Улым ҡырҙа йәшәй, әммә бер ҡайтҡанында ошо иҫеректең мине әрләгәнен ишетеп, яҡлап бер һүҙ әйткәйне – был ир йүгереп сығып китте. Ниңә икән, тип аптырап та өлгөрмәнек, оло ағаһын, апаһын эйәртеп килгән. Тегеләре беҙҙең икебеҙҙе “тетте генә”... Улым, төн булһа ла, кейенеп сығып китте. Мине бөтә кешегә лә яманлап һөйләй, имеш, эскесемен, эшкә тип сығып китәм дә... Шул тиклем аптырап ултырам, әйтегеҙсе, ни өсөн миңә был яза? Ҡайһы ерҙә яңылыштым? Минең парлы булып йәшәгем килеү гонаһмы һуң? Бер баламды атайһыҙ үҫтерҙем, икенсеһе ауыҙ тултырып “атай” тип йөрөһөн, тиһәм... Үҙем дә бит атайһыҙ, әсәйһеҙ үҫкән бер етеммен, ә балаларым тере аталары булып та, етем кеүек... Бер нәмәгә ҡарамай, тешемде ҡыҫып, бөтәһенә лә түҙермен, тип ҡәһәтләнеп йәшәй инем, ҡыҙым бер кистә: “Әсәй, бөгөн атай ҡайтмаһа ине, ивеееет. Мин унан ҡурҡам...” – тигәйне, тертләп киттем. Мин дөрөҫ йәшәйемме һуң?
Гөлнара, 45 йәш.

Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар. Һәр бер ҡатын-ҡыҙ тормошонан йәм, тәм табып, ҡыуанып-шатланып йәшәргә тейеш! Сөнки, хөрмәтле ханымдар, онотмағыҙ: бәхетле әсәйҙең генә балалары (ире, хатта эте- бесәйе лә) бәхетле була. Үкенескә күрә, Гөлнараның тормошона оҡшаш ғүмер кисергәндәр ҙә әҙ түгел. Нилектән килеп сыға һуң бындай ғаиләләр? Яҙыуынан күренеп тора, Гөлнара ҡапыл ғына “ирле” булып киткән. Был мөнәсәбәттәр аңлы, айыҡ башланмаған – кешенең үҙаңы спиртлы эсемлектәр менән томаланғанда ниндәйҙер ҡарарҙарҙың уңышлы булыуы икеле. Ҡапыл ғына бәпәйгә уҙыуы ла уны тиҙерәк мөнәсәбәттәрен законлаштырып ҡуйыуға этәргәндер. Һәр бер ҡатын идеаль ғаилә тураһында хыяллана – Гөлнара ла, һөйөүҙәнмелер инде, күҙе томаланып, ирен идеалләштереп ебәргәндер: ул иргә хас булмаған яҡшы һыҙаттарҙы күрергә теләү, бер нәмәгә ҡарамай ирле булырға ынтылыу аң-зиһенен бутағандыр, күрәһең. Тормош иптәшенә ҡарата хөрмәт, һөйөү, мөхәббәт тураһында хатта яҙылмағас, ир менән ҡатындың мөнәсәбәте, буласаҡ баланан башҡа тағы ла нимәгә ҡоролғандыр – миңә ҡараңғы. Ә шулай ҙа тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән ҡатынды араҡыны һыу кеүек эскән ир ниңә һиҫкәндермәне икән?
Ярай, үткәндәрҙе ҡалдырып, киләсәкте байҡайыҡ. Шикһеҙ, әгәр һеҙ эскелеккә ҡаршы көрәшергә әҙер икәнһегеҙ, алға! Уның өсөн тәғәйен табиптар, өшкөргән әбей-бабайҙар, кодировкалар бар. Әммә, бында һеҙҙең ирегеҙҙең ризалығы кәрәк. Ул айнығырға ғына түгел, ә һеҙҙе һәм ҡыҙын юғалтмаҫ өсөн, артабан да һеҙҙең менән матур итеп йәшәргә теләк белдерергә тейеш. Аңлайһығыҙмы? Әгәр эскелегенән арыныу теләге булмаһа? Тимәк, ул ваҡытта, ирегеҙҙең айнығыуы һеҙгә кәрәк булғас, һеҙ генә тырышырға тейеш булып сығаһығыҙ. Ризаһығыҙмы? Риза икән, һеҙгә тик уңыштар ғына теләйем. Шәхсән үҙемдең кемделер, бигерәк тә оло ир кешене тәрбиәләүҙән (айныҡтырыуҙан, үҙгәртеүҙән), күптән баш тартҡанмын. Бөкрөнө ҡәбер төҙәтә, тигәндән түгел, ә психолог булараҡ, кемделер теләгенән башҡа бүтән кешенең үҙгәртә алмауын белгәнгә күрә. Ә хәҙер мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирергә тырышам:
“Ни өсөн миңә был яза?” Ҡануниәткә күҙ һалһаҡ, кемдер кемделер түҙеп йәшәргә тейеш, тигән ҡанун юҡ. Һәм йәмғиәттә лә ундай ҡараш юҡ. Тимәк, әлегә һеҙ үҙегеҙ ошолай йәшәргә ризаһығыҙ, нимәлер үҙгәртергә теләгегеҙ-ваҡытығыҙ юҡ.
“Ҡайһы ерҙә яңылыштым?” Уныһын һеҙ үҙегеҙ бик яҡшы беләһегеҙ, Гөлнара ханым. Яңылышты үҙгәртеп булмаһа ла, бөгөнгө тормошоғоҙҙо башҡа төрлө итеп дауам итергә ҡулығыҙҙан килергә тейеш.
“Парлы булып йәшәгем килеү гонаһмы ни?” Түгел.
Һүҙемдең аҙағында, хөрмәтле Гөлнара ханым, ошолай тип өҫтәр инем. Һеҙҙең генә түгел, ҡыҙығыҙҙың да яҙмышы һеҙҙең ҡулда. Ирегеҙҙең үҙгәреүен көтөп, үҙегеҙ иҙеләһегеҙме, һәм бәләкәс ҡыҙығыҙҙа ир-атҡа ҡарата күрә алмаусылыҡ тәрбиәләй­һегеҙме? Уйлағыҙ.

Әлмира Исхаҡова,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға