«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Уның ҡулдары осҡон сағылдыра



08.01.2011 Уның ҡулдары осҡон сағылдыра

Уның ҡулдары осҡон сағылдыраЛәйсән ямғырының ап-аҡ йылы тамсыларын Салауат күпере өҫтөнә менеп ҡунаҡлаған әкиәт батыры ергә һибә икән, тип уйлай торғайны сабый сағында Рәхимә. Их, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән шул батыр егет эргәһенә менәһе лә, уның менән ҡулға-ҡул тотоношоп, офоҡтоң ике тарафын тоташтырып торған Салауат күперенең күҙҙе ҡамаштырған төҫтәрен услап-услап алып, бар йыһанға, ергә, кешеләргә һибәһе ине. Үҫеп буй еткәс, бала саҡ уйҙарының бары тик хыял ғына икәнен аңлаһа ла, һәр ваҡыт мөғжизә көтөп йәшәне ул.
Йылдар үткәс, әле уйлап ҡуя: тапҡан икән, баҡтиһәң, Рәхимә ул батыр егетте һәм уның менән, үҙе уйлағанса, ерҙә юғалмаҫлыҡ матур эҙҙәр ҡалдырғандар, кешеләргә күпме бәхетле мәл бүләк иткәндәр.
1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған Рәхимәне йүнәлтмә буйынса Иҫәнғолға эшкә ебәргәйнеләр. Баш табип урынбаҫары Уйылдан Сарбаев йәш белгестең документтары менән танышып сыҡҡас, Рәхимә йәшәй торған йорттоң адресын әйтеп, шунда ебәрҙе.
– Унда беҙҙең ике шәфҡәт туташы йәшәй, урынлашырға ярҙам итерҙәр. – Уйылдан Һиҙиәт улы шаяртып алырға ла ваҡыт тапты. – Күрше бүлмәлә шәп кенә егеттәр бар, шуларҙың береһенә кейәүгә лә бирербеҙ, юғиһә табиптарҙы бер нисек тә тотоп булмай был төпкөлдә.
Сарбаев өйрәтеп ебәргән йортҡа барғанда, бүлмәлә шәфҡәт туташтарының береһе генә ине. Рәхимәне күргәс, ул күрше бүлмәгә йүгерҙе.
– Сәй эсергә шәкәребеҙ юҡ икән, хәҙер егеттәрҙән һорайым. Уларҙың бар ул, “сельхозник”тар бит.
Сәйгүн шажлап сығыуға ҡыҙҙар бүлмәһенә, юҡ-бар йомош табып, берәмләп “селхозник”тар инә башланы. Һиҙеп ултыра Рәхимә – уны күҙләйҙәр. Шулай танышып киткәйне үҙенең Сулпаны менән.
Аҙаҡ, бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй яһап, өйләнештеләр. Ләкин, тормош иптәше Күгәрсен районынан булһа ла, Рәхимәне тыуған яғы үҙенә тартты. Бер нисә йылдан улар Ишембайға ҡайтты.
Сулпаны райондың ул ваҡыттағы иң көслө “Нефтсе” совхозында баш агроном булып эш башланы. Бер аҙҙан талымһыҙ, уңған йәш белгесте хужалыҡ директоры итеп тәғәйенләнеләр. Байтаҡ ҡына тәжрибә туплап алғас, уны күрше “Ағиҙел” совхозына етәксе итеп күсерҙеләр.
Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы Вәлитовтарҙың. 1973 йылда Алмастары донъяға килде, тағы өс йылдан Айгөл тыуҙы. Хәҙер уларҙың икеһе лә юғары уҡыу йорто тамамлаған белгестәр. Үкенескә күрә, аталары ғына иртәрәк китте фани донъянан. Тормоштоң ғәҙелһеҙлектәрен, бысраҡлыҡтарын күтәрә алманы – йөрәге түҙмәне.
Ә Рәхимә Сабир ҡыҙы Вәлитова ҡырҡ йылға яҡын кешеләр сәләмәтлеге һағында тора. Теге ваҡыт Иҫәнғолға барған саҡтағы һымаҡ итәк еленән дә ауып барған ҡыҙ түгел ул хәҙер – юғары категориялы табип, терапия бүлеге мөдире.
Медицинаның хәҙерге торошона йөрәге үрһәләнә Рәхимә Сабир ҡыҙының. Ул Иҫәнғолда эшләй башлағанда ла, унан һуң Ишембайға ҡайтып “Аҡсарлаҡ” санаторий-профилакторийында баш табип булып эшләгәндә лә, унан һуң да был ҡәҙәре хәйерселек кисермәй ине һаулыҡ һаҡлау өлкәһе.
Уны борсоған икенсе бер мәсьәлә – йәштәрҙең үҙ төбәгенә ҡайтмауы. Университет тамамлап, яңы ғына табип булып эшләй башлаған йәш белгестәрҙең хеҙмәт хаҡтары ташҡа үлсәйем генә бит. Шулай булғас, улар­ҙа ҡайҙан эшләргә дәрт булһын да, һайлаған һөнәрҙәренә һөйөү тыуһын?! Ә йөрәгенән дәрт-дарман урғылып тормаған кеше башҡаларға бәхет өләшә аламы ла, йылы ләйсән ямғырының көмөш тамсыларына шатлана беләме?

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Ишембай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға