«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Бер-берегеҙҙе яфаламағыҙ»



29.06.2018 «Бер-берегеҙҙе яфаламағыҙ»

«Бер-берегеҙҙе яфаламағыҙ»
“Ирем менән туғыҙ йыл йәшәйбеҙ. Ялҡтым. Уның күңелһеҙ, маҡсат­һыҙ, ынтылышһыҙ, өнһөҙ, гел генә һытыҡ сырайлы икәнен нишләп дуҫлашҡанда күрмәнем икән, тиер инем, беҙҙе димләп өйләндерҙеләр. Эсмәй. Тарта. Бергә түшәк бүлешмәгәнебеҙгә ике йылдан да ашты. Уның үҙ аҡсаһы, минең – үҙемдеке. АРЫНЫМ. КҮРӘ АЛМАЙЫМ. Ситтән ҡарағанда беҙ бик яҡшы йәшәгән парбыҙ. Үҙ тормошом хаҡында бер кем менән дә бүлешкәнем юҡ, шулай ҙа шөрләтә: айырылһам, яҡындарым – дуҫтарым, туғандарым аңлармы икән?”

Туғыҙ йыл ваҡыт ғаилә өсөн әҙ түгел. Ошо арауыҡта һеҙҙең уртаҡ маҡсаттарығыҙ, теләктәрегеҙ, серҙәрегеҙ, шаяртыуҙарығыҙ барлыҡҡа килмәгән икән, тимәк, мөнәсәбәттәрегеҙ үҫешмәгән, үҙгәрмәгән, бер урында ҡалған. Шулай булғас, шәхес булараҡ, һеҙ үҙегеҙ ҙә үҫешмәгәнһегеҙ. Үрҙә яҙғанығыҙса, айырым йоҡлау ҙа ғаилә тормошон нығытыуға килтермәй. Аңлауымса, әлегә балаларығыҙ ҙа юҡ. Бындай союзды дауам итеү кәрәкме икән? Ғаилә проблемаларын кемгәлер аңлатып йөрөү кәрәкмәгән эштер, ризаһығыҙмы? Сөнки һеҙҙе ярат­ҡан, хөрмәт иткән кешеләр статусығыҙға ҡарамай, парлымы һеҙ, яңғыҙмы – улар өсөн был хәл мөһим түгел.

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА
әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға