22.06.2018 Һарымһаҡтың иҫ киткес шифаһы
Һарымһаҡтың бүлкәтен иҙеп, өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған бер стакан һыу ҡойоп, өс тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Һарымһаҡтың үҙебеҙҙә үҫтерелгәне генә ярай, ситтән килтерелгәне бармай. Һуңынан марля аша һөҙөп алып, һыуытҡысҡа ҡуйырға, ә ҡуйыһын ташларға мөмкин. Көнөнә 8 – 10 тамсы төнәтмәгә бер балғалаҡ һалҡын һыу ҡушып, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Һарымһаҡ төнәтмәһенең атеросклероздан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, инфаркттан, организмды май ҡатламдарынан арындырыуҙа, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуҙа, күреү һәләтен тергеҙеүҙә, организмды йәшәртеүҙә файҙаһы ҙур.
Дауаланыу курсын биш йылдан һуң ҡабатларға мөмкин. Ашҡаҙан, бөйән сей яраһы, гастрит менән сирләүселәргә уны эсергә ярамай.