«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һаулыҡ өсөн аҡса йәл түгел



08.01.2011 Һаулыҡ өсөн аҡса йәл түгел

Яңы йыл алдынан яҡшы хәбәр мәғлүм булды: 2011–2012 йылдарға иҫәпләнгән Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһына ярашлы, Башҡортостан фе­­де­раль ҡаҙнанан 7,925 миллиард һум аҡса аласаҡ. Был аҡса йөрәк-ҡан тамырҙары сис­­те­маһы, онкология кеүек халыҡтың үлем күр­һәткесенә ҙур йоғонто яһа­ған сирҙәргә ҡаршы көрәшкә, гинекологияны, перинатологияны үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Һаулыҡ һаҡлауҙың ҡайһы йүнәлеше дәүләт ярҙамына мохтаж? Бөгөн ошо һорауға яуап эҙләйбеҙ.
Георгий ШЕБАЕВ, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы:
– Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әлеге программа сиктәрендә иһә дауалау учреждениеларының матди-техник база­һын нығытыу йәки төҙөлөш, капиталь ремонт, заманса ҡорамалдар менән йыһаз­ландырыу мөһим бурыстарҙың бе­ре­­һенә әүереләсәк. Башҡортостанда туғыҙ медицина округы ойоштороу планлаштырыла. Уларҙың үҙәктәре Өфө, Стәр­летамаҡ, Бөрө, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет, Күмертау ҡалаларында һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылында урынлашасаҡ. Уларҙа махсус медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса муниципаль-ара медицина үҙәктәре ойоштороласаҡ. Бынан тыш, Республика балалар клиник дауаханаһында диагностика корпусын, Октябрьский ҡалаһында хирургия һәм акушерлыҡ-гинекология корпустарын, Мәсә­ғүттә муниципаль-ара үҙәк һәм Өфө ҡала­һының 13-сө ҡала клиник дауаханаһында яңы корпус төҙөү ҙә ҡарала. Иң мөһиме, программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2012 йылдан һуң Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан үҫтереү өсөн нигеҙ һалынасаҡ.

Урал НӘБИУЛЛИН, ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы:
– Аңлауымса, федераль аҡса тәүге ярҙамдан алып юғары технологиялыға тиклем берҙәм федераль стандарттарҙы индереүгә тотоноласаҡ. Был стандарттар ғәмәлгә индерелгәндән һуң граждандар бөтә ил территорияһындағы медицина учреждениеларында берҙәй сифатлы медицина ярҙамын алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Ауырыуҙарҙың дарыуҙар, за­ман­са материалдар менән файҙаланыу мөмкинлеге киңәйәсәк. Моғайын, эш хаҡы буйынса ла яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыр, тип өмөтләнәм.

Гөлсинә АФЗАЛОВА, Өфөнөң 43-сө поликлиникаһы терапевы:
– Һуңғы йылдарҙа медицина өлкәһендә мәғлүмәт технологияларын үҫтереү төп талаптарҙың береһенә әйләнде. Шуға күрә федераль бюджеттан бүленгән әлеге аҡсаға мәғлүмәт технологияһын үҫтереү яҡлымын. Был бик кәрәк. Сөнки ауырыуҙарҙың һәм күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре иҫәбен алыу иң элек һаулыҡ һаҡлау системаһында берҙәм мәғлүмәт селтәре булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Тимәк, был Рәсәйҙең һәр төбәгендә медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге буласаҡ, тигән һүҙ. Берҙәм медицина полисы булдырылырына ла ышаныс арта. Эште автоматлаштырыу беҙгә документтар тултырыу ваҡытын ҡыҫҡартып, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү ваҡытын оҙайта. Шул саҡта ишек артында сират көткән сирлеләр, халыҡты оҙаҡ ҡабул итәһегеҙ, тип беҙҙе әрләүҙән туҡтар ине.

Ғәшүрә СӘЙЕТҡОЛОВА, ябай эшсе, Баймаҡ ҡалаһы:
– Программа хаҡында хәбәрҙар түгелмен. Хатта был күләмдәге аҡсаның һаулыҡ һаҡлауҙы хәстәрләү өсөн етерлекме, түгелме икәнлеген дә аңлап бөтмәйем. Хәйер, был кәрәкмәй ҙә. Минең кеүек ябай кешегә ауырымаһаң – шул еткән. Әгәр ҙә аҡ­са­ны ҡайҙа йүнәлтеү яғы тураһында фекер йөрөт­һәк, тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыр инем. Юғиһә, хет, әллә ниндәй корпустар төҙө, дауалауҙа яңы технологиялар индер, ҡорамалдар һатып ал – файҙаһы булмаясаҡ! Беҙгә ауырыуҙарҙы бар ихласлығын, белемен һәм күңелен һалып дауаларҙай табиптар кәрәк. Был әлеге лә баяғы уларҙың эш хаҡына барып бәйләнә. Ә минеңсә, Гиппократ анты биргән аҡ халатлыларҙың күбеһе лайыҡлы эш хаҡы түләнгәндә генә бар оҫталығын һалып эшләйәсәк. Юғиһә, дауаханаға барған һайын уларҙың тупаҫлығына шаһит булып, ғәмһеҙлегенә йөрәк әрнеп, кәйеф ҡырылып ҡайта. Дәүләт ошо һөнәр эйәләренә аҡса йәлләмәһен ине. Хатта быйылғы йылды Табиптар йылы тип билдәләгәндә лә яҙыҡ булмаясаҡ. Ә ниңә юҡ? Былтыр бит Уҡытыусылар йылы үтте. Был изге һөнәр эйәләре лә шундай уҡ иғтибар һәм ихтирам талап итә түгелме ни?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға