«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һырғанаҡ япрағын йыйығыҙ



20.06.2018 Һырғанаҡ япрағын йыйығыҙ

Һырғанаҡ япрағын  йыйығыҙ
Гипертониянан, эсәк ауырыуҙарынан, гиповитаминоздан, һалҡын тейгәндә кипкән япраҡтарҙы сәй урынына бешереп эсергә мөмкин. Ә йәшел япраҡтарын петрушка һәм укроп урынына ҡулланырға була.
Һырғанаҡ япрағы төнәтмәһенең быуындар һыҙлауынан да шифаһы бар. Бер ҡалаҡ ваҡлан­ған япраҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Ошо төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Гиповитаминоздан 5 г кипкән япраҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, сәй әҙерләп эсәләр.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һырғанаҡтың ботаҡтарынан һәм япраҡтарынан төнәтмә әҙерләнә.
Тире ауырыуҙарынан япраҡтары һәм ботаҡтарынан әҙерләнгән ванна файҙалы. Был ағастың емешендә һәм япраҡтарында ҡан тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүенә тотҡарлыҡ яһаусы кумариндар бар.
Һалҡын тейгәндә һырғанаҡ япрағына һары мәтрүшкә, ромашка ҡушып, сәй әҙерләп эсергә мөмкин.
Һырғанаҡ япрағынан әҙерләнгән сәй стоматит менән периодонтитты дауалағанда ла ҡулланыла.
Шәкәр диабеты, анемия, ашҡаҙан сей яраһынан, бауыр ауырыуҙарынан, һалҡын тейеүҙән, атеросклероздан һәм гипертониянан һырғанаҡ япрағы төнәтмәһе ярҙам итә.
Уның япрағын холестерин юғары булғанда һәм һимереүҙән дә тәҡдим итәләр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға