«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үлән йыйыр мәл етте



09.06.2018 Үлән йыйыр мәл етте

Үлән йыйыр мәл етте
Урман йыуаһы, айыу һуғаны (черемша) – ландышҡа оҡшаш үҫемлек. Икенсе төрлө уны “ҡырағай һарымһаҡ” тип тә йөрөтәләр. Тәме, ысынлап та, һарымһаҡты хәтерләтә. Кешеләр уны элек-электән аҙыҡ урынына ҡулланған. Уның менән төрлө аш-һыуҙы биҙәргә мөмкин. Бынан тыш, бик яҡшы дауалау сараһы ла.
Үҫемлектең тәүге япраҡтары ҡар иреп бөтөү менән күренә башлай. Уны айыуҙар ҙа ярата. Ошонан килеп сыҡҡан да инде “айыу һуғаны” тигән тағы бер атамаһы. Үҫемлектең япрағы ғына түгел, һутлы һабаҡтары менән һуғаны ла ашарға яраҡлы.
Урман йыуаһының иң һутлы осоро апрель-май айҙарына тура килә. Шунлыҡтан тап ошо мәлдә уны йыйырға тәҡдим итәләр. Һалҡынға бирешеп бармаған үҫемлек күләгәле урындарҙа үҫә. Әйткәндәй, уны баҡсаға күсереп ултыртҡанда, ерегеп китмәүе лә ихтимал. Үҫемлекте өҙгәс тә, йәшел көйө ашау яҡшы, әммә шул уҡ ваҡытта киптерергә, туңдырырға, маринадларға ла мөмкин. Был осраҡта ла ул үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай. Ҡышҡыһын иһә ашҡа, картуф, былау, ҡарабойҙайға ҡушып ашарға, салаттарға өҫтәргә була. Киптереү өсөн яҡшы елләтелгән урынды һайларға кәрәк.

Шифаһы нимәлә?

Ҡырағай һарымһаҡтың халыҡ араһында популярлығының сәбәбе – организм өсөн файҙалы матдәләргә һәм витаминдарға бай булыуында. Үҫемлектең химик составын ҡарағанда, унда В, С витаминдарын, күҙәнәклек, органик кислоталар, эфир майҙары, каротин, кальций һәм башҡа файҙалы элементтар табырға мөмкин. Япрағында һәм һабаҡтарында С витамины цитрус емештәргә ҡарағанда ла күберәк. Бер нисә һабағын ғына ашағанда ла, организмда С витаминының көндәлек нормаһын тул­тырыр­ға мөмкин. Әйткәндәй, үлән ни тиклем бейегерәк тауҙа үҫә, унда тәбиғи аскорбин кислотаһы шул тиклем күберәк.
Өҫтәүенә, 100 г үҫемлектә барлығы 36 ккал ғына! Әммә был, уны күпме теләйһең, шулай ашарға ярай, тигәнде аңлатмай, зыяны бар, ашҡаҙандың лайлалы ҡатламын ялҡынһытыуы ихтимал. Бына ни өсөн уны ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарының ҡайһы берҙәре менән сирләгәндә ашарға ярамай.
Урман йыуаһының шифаһы элек-электән билдәле. Ата-бабаларыбыҙ уны тағун (чума) һәм ваба (холера) сирҙәрен киҫәтеү өсөн ҡулланған, уның менән бронхитты, атеросклерозды, гайморитты, тымауҙы һәм тире ауырыуҙарын дауалаған. Даими рәүештә әҙ-әҙләп ҡулланғанда айыу һуғаны аш эшкәртеү системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, матдәләр алмашыныуын көйләй, эсәктәргә ыңғай тәьҫир итә. Үҫемлектең юғары ҡан баҫымына ҡаршы ла файҙаһы бар. Бының өсөн һутлы япраҡтарын һәм киптерелгән сәскәһенән бешереп әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланалар. Ауыҙ ҡыуыш­лығын ялҡынһыныуҙан һаҡлау өсөн яңы өҙөлгән япраҡтарын сәйнәү ҙә етә. Улар бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә.
Урман йыуаһының һутын тимрәүгә, сөйәлгә, шулай уҡ тиренең башҡа зыян күргән өлөштәренә һөртөргә мөмкин. Ул йәрәхәтте бөтәштереү көсөнә эйә.
Ҡырағай һарымһаҡты туҡланыу рационына индергәндә, ҡанда холестерин кимәлен кәметеп, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, коронар ҡан тамырҙарын нығыта. Әммә дауаланыу зыян килтермәһен өсөн табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Йәшел япраҡтары шулай уҡ үпкәлә һәм бронхтарҙа ҡаҡырыҡ күп булыуҙан тын етмәү билдәләрен бөтөрөүгә лә булышлыҡ итә. Үҫемлек ярҙамында дарыуҙарһыҙ ғына йүтәлдән ҡотолоп була.

Файҙалы рецептар

1. Ваҡ ҡына итеп туралған япрағы һәм һабағына 1:4 нисбәтендә араҡы ҡойоп, 10 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Һөҙөп алғандан һуң 30 тамсы төнәтмәне бер ҡалаҡ һыуға бутап, көнөнә ике тапҡыр эсергә. Атеросклероздан һәм биҙгәк тотҡанда килешә. Шулай уҡ уны һыҙлаған быуындар­ға ла һөртөргә ярай.
2. Бер балғалаҡ йәшел үләнгә 1,5 стакан ҡайнап бер аҙ һыуынған һыу ҡойорға һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә ике тапҡыр ашағандан һуң эсергә. Был төнәтмәнең зыяны юҡ, ә бына иммунитетты нығытырға ярҙам итәсәк.
3. Ваҡ ҡырғыста ҡырылған бер ҡалаҡ ҡырағай һарымһаҡ һуғанына 2 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡушып бутарға һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан эсергә. Ошоноң уҡ марляға уралған тампонын тымауҙы дауалау өсөн ҡулланалар. Эренләп торған яраға һәм тимрәүгә лә файҙаһы тейә.
Бынан тыш, урман йыуаһы сәстең үҫеүенә ыңғай тәьҫир итә. Шуның өсөн пеләшлек янаусы ир-егеттәргә уның төнәтмәһен эсеү файҙалы.
Кемдәргә ярамай?

Яҙҙың иң тәүге үҫемлектәренең береһе булған урман йыуаһының файҙаһы күп. Әммә шул уҡ ваҡытта бөтә кешегә лә берҙәй үк файҙалы тип уйларға ярамай. Кемдәр гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, панкреатит, холецистит менән ауырый, уларға был үҫемлекте ашау, дарыу урынына ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Хатта бер ниндәй сирегеҙ булмаған осраҡта ла, уны күпләп ҡулланырға тәҡдим ителмәй. Баш ауыртыуы, йөрәк эшмәкәрлегендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе, йоҡоһоҙлоҡ йонсотоуы ихтимал. Ауырлы ҡатындарға ла бик һаҡ булыр­ға кәрәк. Берҙән, микроэлементтар һәм витаминдарға бай булһа, икенсенән, күп күләмдә буласаҡ әсәгә лә, тыуасаҡ сабыйға ла зыян килтереүе бар.
Йәшел япрағына ҡыяр, редиска, йоморт­ҡа, сыр ҡушып, ҡаймаҡ менән бутағанда бик тәмле салат килеп сыға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға