«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы



03.06.2018 Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы

Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Йәй яҡынлаша. Ағастар япраҡ яра, тиҙҙән үләндәр ҙә ныҡлап баш ҡалҡыта башлаясаҡ. Тәбиғәт ашар­ға яраҡлы һәм шифалы үләндәргә бик бай. Шул уҡ ваҡытта ағыулылары ла күп. Уларҙы бик-бик аҙ миҡдарҙа фармакологияла дарыу урынына ла ҡулланалар, әммә урманда йөрөгәндә бик һаҡ булырға кәрәк: ашарға һәм ҡул менән ҡағылырға ярамай. Улар хәүефле. Йыш ҡына үҫемлектәр донъяһы менән таныш булмаған балалар был ағыулы үләндәрҙең ҡорбанына әүерелә.

1) Мәҫәлән, ағыулы көпшә (вех ядовитый, цикута). Уның оҙонлоғо 1,5 метрға етә. Балтырған кеүек үк, сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарай. Бәләкәй сатырлы аҡ сәскә ата. Был хәүефле үҫемлек үҙенең петрушкаға оҡшаған тәмле еҫе менән арбай. Ауыҙға бәләкәй генә киҫәге йәиһә һуты килеп эләкһә лә, ныҡ ҡына ағыуланырға мөмкин. Балалар, ғәҙәттә, унан төрөпкә ҡырҡып алып, атышып уйнарға ярата. Әммә ауыҙға терәү менән яндырып ала һәм баш ауырта, күңел болғана, уҡшыта, ҡоҫтора, хатта тән тартышып, аңды юғал­тыу­ға тиклем килтереүе ихтимал. Шунлыҡтан ата-әсәләргә балаларын был хаҡта иҫкәртеү зарур: ҡулдары менән теймәһендәр, һындырмаһындар, ауыҙҙарына ҡапмаһындар.
2) Монар көпшәһе (болиголов пятнистый). Тамыры петрушка, пастернак йә керәндекенә оҡшаған, ә йәшел генә япрағын, ашарға яраҡлы, тип уйларға мөмкин. Оҙонлоғо 1,5 метрға етә, майҙан алып ҡара көҙгә тиклем сәскә ата. Емеше йомортҡаға оҡшаңҡыраған, әҙерәк йәмшәйгән. Йыш ҡына уны әнис емеше менән бутайҙар. Япрағында, емешендә, тамырында булған ағыуы шул тиклем көслө, хатта кеше тәненең хәрәкәтһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар. Ағыуланыу бик насар эҙемтәләргә, шулай уҡ тын алыу­ҙың туҡтауына тиклем килтерә.
3) Мүктәк, айыутабан (аконит, борец высокий) – шулай уҡ ағыулы үҫемлек. Һабағы туп-тура була, ә япраҡтары уның аҫҡы өлөшөндә урынлашып, абағаны хәтерләтә. Сәскәһе зәңгәр-күк төҫтә, формаһы сәйер генә.
Уны халыҡ медицинаһында бик-бик әҙ миҡдарҙа ҡулланалар. Ә инде емешен йәиһә япрағын ашаһаң, ағыуланыу билдәләре оҙаҡ көттөрмәҫ – тын алыуы ауырлаша, уҡшыта, эс китә, йөрәк тибеше боҙола. Уға ҡул менән ҡағылыу ҙа хәүефле, сөнки ағыуы тире аша үтеп инә.
4) Һаҙанаҡ (багульник) – бик мәкерле үҫемлек. Шулай уҡ аҙ ғы­на миҡдарҙа дарыу урынына ҡулланылһа ла, ныҡ ағыулы. Күберәк һаҙлыҡлы, дымлы урындарҙа үҫә. Көн йылы һәм елһеҙ булғанда, һаҙанаҡ күпләп үҫкән урындарҙа камфара еҫе аңҡый. 10 – 15 минут һулап торһаң, баш ауырта, әйләнә башлай, уҡшыта, хатта аңды юғалтырға мөмкин. Шунлыҡтан буштан-буш уның һабаҡтарын һындырмағыҙ, балаларҙың да уларҙан йырағыраҡ йөрөүе хәйерле.
5) Ҡарға күҙе (вороний глаз). Урманда бөтә үҫемлек тә, еләк тә матур һәм үҙенә саҡырып тора. Күптәр йәйгеһен еләк йыйырға ярата. Әммә һәр бала һәм оло кеше үҙең белмәгән еләккә тейергә ярамағанлығын аңларға тейеш. Ер еләген һәм ҡайын еләген башҡалар менән бутау мөмкин түгел, ә бына ҡара көртмәле менән күк еләк ағыулы еләктәргә бик тә оҡшаш. Ҡара йәшел япраҡтарҙың өҫтөндә генә ялтырап торған ҡап-ҡара еләк – ҡарға күҙе. Япраҡ өҫтөндәге бер бөртөк еләге – иң ағыулы өлөшө. Бер нисәүен өҙөп ҡабыу ҙа етә, ағыуланыуҙың тәүге билдәләре күренә лә башлай: күҙ алмаһы ҙурая, баш әйләнә, эс ауырта, йөрәк тибеше боҙола. Бала был еләкте ашаған осраҡта, уны ҡоҫторторға тырышырға кәрәк һәм кисектермәй табипҡа мөрәжәғәт итергә.
6) Бүре еләге, бүре йүкәһе лә (волчьи ягоды, волчье лыко) хәүефле. Уның алһыу, ҡуйы ҡыҙыл йәки көрән ҡыҙыл ғына төҫтәге бик матур сәскәләре япраҡтарынан да алда килеп сығып, тирә-яҡҡа хуш еҫе аңҡып ултыра. Емештәре сағыу алһыу төҫтә булып, ботағында һырғанаҡ кеүек теҙелеп тора. Үҫемлек тотошлай ағыулы, бигерәк тә емеше менән ҡайырыһы. Унлап емешен ашау үлемесле ағыуланыуға килтерә. Уның ағыуы – дафнин, тирегә эләк­һә, өтөп ала. Кешеләр уның матур сәскәһенә ҡыҙыға, әммә уны өҙгәндә бик һаҡ булырға кәрәк. Иң яҡшыһы – ҡулға брезент бейәләй кейеп эшләргә.
7) Ҡыҙыл эт ҡарағаты (паслен сладко-горький). Һуңғы ваҡытта уны декоратив үҫемлек итеп үҫтерә башланылар. Ә сүп үләне булған ҡара эт ҡарағаты бөтә ерҙә киң таралған. Емештәре ҡара ҡарағат суғын хәтерләтә, япраҡтары ла оҡшаған. Ә декоратив үҫемлек булған ҡыҙыл эт ҡарағатының емештәре өлгөрөп еткәс ашарға яраҡлы. Тик уларҙы сей килеш ашарға ярамай. Хатта бер нисәүҙе генә ҡапҡанда ла, ағыуланыуҙан ауыҙҙан шайыҡ аға, уҡшыта башлай. Ныҡ ағыуланғанда баш әйләнә, эс китә, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, аңды ла юғалтырға мөмкин.

Һәр кем был ағыулы үҫемлектәр хаҡында белергә тейеш. Ә инде бәләгә юлыҡҡанда, тиҙерәк ярҙам итеү сараһын күрергә кәрәк.
-Иң беренсе сиратта ашҡаҙанды йыу­ҙыртырға һәм көсләп ҡоҫ­торорға.
-Табип килгәнсе ағыуҙың ҡалдығының ҡанға үтеп инеүен тотҡарлаусы препараттар ҡулланырға. Өй шарттарында ул активлаштырылған күмер, сохарый, һөт, шифалы балсыҡ булыуы мөмкин.
-10 – 15 минуттан һуң тағы көсләп ҡоҫорға тырышырға кәрәк.
Беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә.
Йәйҙе рәхәтләнеп ял итеү, сәләмәтлегебеҙҙе нығытыу өсөн ашҡынып көтөп алабыҙ. Көтөп алынған миҙгел һаулығыбыҙға зыян килтермәһен тиһәк, тәбиғәткә сыҡҡанда әйтеп үтелгән үҫемлектәргә иғтибарлы булайыҡ.

Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы
Һаҡ булығыҙ: үләндәр ҙә ағыулы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға